Иң ҙур һөйөнөс — яңы тыуған сабый тауышы28.12.2012
Иң ҙур һөйөнөс — яңы тыуған сабый тауышыБуласаҡ гений менән ябай эшсе лә, уңғандар менән “бешмәгән”дәр ҙә, тыңлаусандар ҙа, тиктормаҫтар ҙа ошо йылылыҡ, хәстәрлек менән солғап алынған йортта, үҙенең барлығын белдереп, илай-илай донъяға килә.

Бала табыу йорто — ғаиләләрҙе бәхетлерәк, яуаплыраҡ итеп, ата-әсә бурысын йөкмәтеп, бөгөнгө менән киләсәкте тоташтырыусы өмөт күпере ул. Бындағы табиптар ҙа, шәфҡәт туташтары ла фәрештәләй күренә, улар миһырбанлыраҡ та, нескә күңеллерәк тә, туғандай яҡын да кеүек. Көтөп алған сабыйыңды тәүге тапҡыр ҡулға алыу бәхетен дә улар һинән алдараҡ кисерә, имен-һау донъяға килеүен күреп ҡыуана, шатлығыңды уртаҡлаша белә.
Өфөнөң иң тыныс, экологик яҡтан именерәк Дим биҫтәһендәге берҙән-бер дауахана бала табыу йорто менән ғорурлана ала. Ғөмүмән, баш ҡалала составында акушерлыҡ эшмәкәрлегенә эйә булыу бәхетенә ирешкән ике генә медицина учреждениеһы бар: береһе — 8-се, ә икенсеһе — тап ошо 3-сө ҡала клиник дауаханаһы. Һуңғы йылдарҙа акушерҙар хеҙмәтенә яуаплылыҡтың ныҡ арттырылыуы билдәле. 500 грамм ауырлыҡта ғына тыуған сабыйҙарҙы тейешле нормаға еткереү өсөн, белем һәм оҫталыҡтан тыш, тырышлыҡ, өлгөрлөк талап ителә. Быйыл бында меңдән ашыу сабый донъяға килгән. Араларында “баһадирҙар”ҙың Иң ҙур һөйөнөс — яңы тыуған сабый тауышыкүплеге табиптарҙы хайран ҡалдыра. 5 кг 400 г ауырлыҡтағы сабыйҙы йыл “рекордсыһы” тип атап булалыр.
Заманында биҫтәләге ошо бала табыу йортон ябыу тураһында хәбәр таралғас, халыҡ бындай ҡарарға ҡаршы төшөп, дауахананы һаҡлап ҡалыу өсөн күтәрелеп сыҡҡайны. Ниһайәт, учреждение “тимер юлдыҡы” булыуҙан туҡтап, баш ҡала ҡарамағына күсерелде. Шунан бирле ул икенсе һулышын кисерә, Европа кимәлендәге заманса технологиялар, юғары квалификациялы белгестәр менән тулылана.
Дауахананың баш врачы Фәнил Шәмиғолов, учреждениены үҙгәртеп ҡороу тураһында ҡарар ҡабул ителгәндән һуң, ремонтты сифатлы башҡарыу өсөн ҙур көс һала. Яңыртылған бүлексәнең сентябрҙән буласаҡ әсәләрҙе ҡабул итә башлауы Дим биҫтәһендә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаға әүерелә.
Табиптарҙың раҫлауынса, бала табыу йортонда барыһы ла бик мөһим: зауыҡ менән биҙәлгән бүлмәләр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙың кәйефе лә, үҙ-ара мөнәсәбәт тә. Шуға күрә бүлексәнең күркәм дизайнын, төҫтәр гармонияһын булдырыуҙа медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре лә ҡатнашҡан. “Матурлыҡ донъяны ҡотҡарырға һәләтле”, тип иҫәпләй улар. Үҙ эшен яҡшы белгән, берҙәм коллектив баш табип урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы акушер-гинеколог Гүзәл Еникееваның етәкселегендә эшләй. Көн-төн тип тормай, тәүлектең теләһә ҡайһы сәғәт-минутында ул хеҙмәттәштәренә ярҙамға, кәңәшкә ашыға. Бүлексә мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған врачы Л. Степанова ла һәр сабый, һәр әсәй сәләмәтлеге өсөн утҡа-һыуға инергә әҙер.
Неонатология бүлексәһе быйылдан дауахананың айырым подразделениеһы булараҡ эш башлаған. Әсәләре менән палатала бергә ятҡан бәпәйҙәрҙе тәрбиәләү, ашатыу буйынса кәңәштәр биреү, кәрәк саҡта дауа тәғәйенләү, юғары квалификациялы ярҙам күрһәтеү — барыһы ла сабый именлеге һәм сәләмәтлеге хаҡына.
Шуныһы ҡыҙыҡ: улы йә ҡыҙының донъяға килеү мәлендә ҡатыны эргәһендә терәк булырға баҙнат итеүсе “батыр” атайҙар ҙа һуңғы ваҡытта күбәйгән. Тәҙрә төбөндә өшөп-туңып, ут йотоп йөрөүгә ҡарағанда, ғаиләңә яҡыныраҡ булыу хәйерлерәктер ҙә шул.
...Яңы йыл сәғәте һуғырға ла күп ҡалмай инде. Әлеге йылдың демографик күрһәткестәрен кемдәр яҡшыртырға өлгөрөр? Берәүҙәр Аждаһа, икенселәр Йылан йылында донъяға килеп, ата-әсәһен, табиптарҙы ҡыуандырыр. Мөғжизәле Яңы йыл төнө сюрприздарһыҙ ҙа, бүләктәрһеҙ ҙә булмаҫ. Дим районы халҡының күҙ терәп торған берҙән-бер дауаханаһы коллективын Яңы йыл менән ҡотлап, уларға сабырлыҡ, өр-яңы ҡыуаныстар, именлек теләйбеҙ.


Вернуться назад