Салауат районының Арҡауыл ауылында йәшәүсе ҡәҙерле атайыбыҙ һәм олатайыбыҙ Фәйзуллин Рәшит Хужиәхмәт улын менән әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Закирова Сайма Харис ҡыҙын 85 йәшлек юбилейҙары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Улар бер-береһен хөрмәт, хәстәрлек менән солғап 58 йыл татыу ғүмер итә. Өлгөлө ғүмер юлы үткән атай-әсәйебеҙҙе быйыл “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән дә бүләкләнеләр.
Улар 40 йылға яҡын хеҙмәт юлын балаларға белем бирҙе. Әсәйебеҙ “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Атайыбыҙҙың хеҙмәте лә Мәғариф министрлығының, район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланды.
Атай-әсәйебеҙ беҙгә, дүрт балаһына, ғүмер бүләк итеп, барыбыҙға ла юғары белем биреп, оло тормош юлына баҫтырҙы. Ҡәҙерлеләребеҙ һәр ваҡыт беҙҙе һәм туғыҙ ейән-ейәнсәрен, ике бүләсәһен, яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, ҡунаҡ итеп оҙатып ҡала. Изге күңелдәре, йомартлыҡтары, ябайлыҡтары менән балаларына ла, туғандарыбыҙға ла оло терәк-таяныс, яҡты маяҡ улар.
Пар аҡҡоштар кеүек йәшәгеҙ һеҙ,
Бирешмәйсә килгән ҡартлыҡҡа.
Киләсәгегеҙ тағы матур булһын
Һәм күмелһен сикһеҙ шатлыҡҡа.
Матур байрамығыҙ менән ҡайнар ҡотлап, оҙон ғүмер, һаулыҡ, күңел ҡошобоҙ булып балҡып йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Ҡыҙҙарығыҙ Рәйлә, Лилиә, кейәүҙәрегеҙ Данис, Ромен, улығыҙ Ринат, килендәрегеҙ Альбина, Гөлназ
һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ, бүләсәләрегеҙ.