Салауат районының Малаяҙ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле Рәйлә Рәшит ҡыҙы Латипова үҙенең 55 йәшлек юбилейын билдәләй.
1975 йылда БДУ-ның филология факультетын тамамлап, Мәсетле урта мәктәбендә эш башланы, район мәктәптәренең комсомол ойошмаларына етәкселек итеүҙе ышанып тапшырҙылар. Тиҙҙән Лаҡлы ауылы егете, уҡытыусы Данис Латипов менән танышып, донъя ҡорҙо.
Оло ҡыҙҙары Розалия — Малаяҙ башҡорт гимназияһында директор урынбаҫары. Резеда Бөтә Рәсәй балалар үҙәге “Орленок”та — балаларҙың ялын ойоштороусы. Улдары Данир БДАУ-ҙа уҡый.
Әле Рәйлә Рәшит ҡыҙы — районыбыҙҙың “Йүрүҙән” гәзите мөхәррире. Эшем, тыуған яғым, илем, телем тип янып йәшәй, “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы”. Рәйлә Рәшит ҡыҙы үҙенең барлыҡ туғандарына, ата-әсәһенә, ҡәйнәһенә ярҙам итергә лә ваҡыт таба. Уның урынлы кәңәштәренә, йылы һүҙҙәренә һәр ваҡыт мохтажбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон теләйбеҙ!
Тәбрикләйбеҙ юбилейың менән,
55 йәш — матур саҡ ҡына!
Донъя имен, йәнең тыныс булып,
Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына!
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Һин булғанда ҡояш нур сәсә!
Кәңәшсебеҙ, ҡәҙерлебеҙ булып,
Йәшә һин шулай йөҙгәсә!
Ҡотлау менән ата-әсәһе, ҡәйнәһе, тормош иптәше, балалары, ҡустыһы, һеңлеһе, кейәүе, килендәре, уларҙың балалары һәм ейәнсәрҙәре.