Ауырлығы 64 килограмм, оҙонлоғо 2 метр ярым йәйенде Хәйбулла районының Таштуғай ауылынан Хаммат Усманов тотҡан!
Хаммат бала саҡтан балыҡсылыҡты үҙ итә, шулай ҙа әлегә тиклем бындай табышҡа юлыҡҡаны булмаған.
– Ҙур йәйендәрҙе күргәнем бар ине. Әлегеһен дүрт кеше апрель башында Таналыҡ йылғаһы Ерекле һыу һаҡлағысына ҡойған урында тоттоҡ. Ауға ҙур балыҡ эләккәне шунда уҡ һиҙелде. Уны яйлап ҡына ярға һөйрәп сығарҙыҡ. Ите ифрат тәмле булды, – тип һөйләне балыҡсы.