Ахырызаманға ышандыра алманылар27.12.2012
Ахырызаманға ышандыра алманыларТанышыбыҙ һөйләй:
– Районда бер ойошма үҙ хеҙмәткәрҙәренең балаларын Өфөгә циркка алып килергә ниәтләгән икән. Күңелле сәйәхәтте 21 декабргә планлаштырғандар. Әммә ата-әсәләр ҡаршы сыҡҡан: йәнәһе, ахырызаман етә ҡалһа, ни йөрәк менән сабыйыңды әллә ҡайҙа сығарып ебәрмәк кәрәк? Аптырағас, етәкселек сәфәрҙе 26-һына күсергән – шатланып риза булғандар. Ҡайҙа логика? Донъя бөткәс, ниндәй цирк ти икән?

Ысынлап та, быйыл ахырызаман темаһын артыҡ ҡуйырттылар. Тиҙ генә тәьҫирләнеүсән, ышаныусан кешеләргә, әлбиттә, был етә ҡалды. Бәғзеләрҙең бар мөлкәтен һатып, тәбиғәт ҡосағына йәшәргә сығып китеүе, ҡайһыларҙың майшәм һәм аҙыҡ-түлек запасы туплауы мәғлүм булды. Ә йүнселдәр шау-шыуҙы үҙ мәнфәғәтендә файҙаланып ҡалырға тырышты: Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә «Ахырызаман ҡаршылағанда» тигән махсус тауар ҙа уйлап сығарғандар. Пакетҡа тормош өсөн тәүге сиратта кәрәкле әйберҙәр һалынған: тоҙ, шырпы, консервалар, һабын һәм башҡалар. Әйтеүҙәренсә, халыҡ бик теләп һатып алған икән.
Шау-шыуҙың сәбәбе иһә бик ябай: бынан бер нисә йыл элек АҠШ-тың билдәле кинокомпанияһы «2012» фильмының реклама кампанияһын киң ҡоласлы итеп ойошторҙо, боронғо майя ҡәбиләһенең календары тап ошо осорҙа бөтә, һәм Ер шарында ахырызаман етә, тигән хәбәр таратылды. 21 декабрь яҡынлашҡан һайын, был мәғлүмәт ҡуйырғандан-ҡуйыра барып, ҡайһы бер кешеләрҙең тормошона йоғонто яһарлыҡ кимәлгә етте. Әйткәндәй, статистика мәғлүмәттәре буйынса, илдә кредит алыусылар һәм тауар әйләнеше кинәт артҡан. Ысынлап та, был коммерция проекты түгел тип әйтеп ҡара!
29 ноябрҙә Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаттары федераль телеканалдарҙың етәкселегенә асыҡ хат менән мөрәжәғәт итте һәм ахырызаман темаһын яҡтыртмауын үтенде. Уларҙың фекеренсә, телевидение кеше психологияһына ифрат ҙур йоғонто яһай.
Депутаттар шулай уҡ үткән быуаттың 30-сы йылдарында АҠШ-та үткәрелгән тәжрибәне хәтергә төшөргән. Билдәле булыуынса, унда Герберт Уэллстың «Донъялар һуғышы» әҫәре буйынса радиоспектаклде эфирға сығарғандар. Һөҙөмтәлә миллионлаған кеше Ергә марсиандар һөжүм итә икән тип ғауғаға бирелгән, «һөжүм итеүселәрҙән» ҡайҙа ҡасырға белмәйенсә, автомобилгә ултырып, башы һуҡҡан яҡҡа сығып киткән, подвалдарға бикләнгән. Юлдағы тығындар йөҙҙәрсә саҡрымға еткән…
Шундай аяныс хәл ҡабатланмаһын өсөн, әлбиттә, мәғлүмәт менән шаярырға ярамай. Үҙебеҙгә килгәндә иһә, әйҙәгеҙ, аҡыллыраҡ булайыҡ, йәмәғәт, үҙебеҙҙе төп башына ултыртырға бирмәйек.


Вернуться назад