Ҡөрьән янманы!27.12.2012
Ҡөрьән янманы!Төнгө тынлыҡты ярып телефон шылтыраны. Ҡурҡыныс хәбәр еткерҙеләр: күрше ауылда янғын сыҡҡан. Ишембай районының Аҙнай ауылында бер өй яна икән. Шөкөр, беҙҙең яҡта халыҡ кеше ҡайғыһына битараф түгел — шунда уҡ янғын һүндереү машинаһы ҡуҙғалды, ирҙәр ҙә ярҙамға ашыҡты...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағас йорт бик тиҙ янып бөттө, шулай ҙа ут һүндереүселәр күрше ихаталар зыян күрмәһен өсөн бар көсөн һалды. Шуныһы ҡыуаныслы: бәлә килгән йортта бер кем дә йәшәмәгән булып сыҡты. Хужалары вафат булғандан һуң ул буш торған.
Бурҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмай, тип бик дөрөҫ әйтелгән. Бер-ике сәғәт эсендә бынамын тигән өй көл-күмергә әйләнде. Өй эсендәге йыһаз ғына түгел, хатта диуарҙар, ҡыйыҡ та янғынға ҡаршы тора алманы. Шул саҡ емереклек, торонбаштар, көл араһынан Ҡөрьәндең килеп сығыуы мөғжизәнең дә мөғжизәһе ине.
Янғын һүндереүсе Рафаэль Фәхретдинов янмай ҡалған изге китапҡа юлығып шаҡ ҡата. Тегеп беркетелгән боронғо өс Ҡөрьәндең хатта ҡаты тышлығы ла булмай. Һәм, ни мөғжизә, уның йоҡа ғына беренсе битенә лә ут теймәгән!
Ошоноң кеүек сәйер осраҡтар тураһында йыш ишетелә, әммә, үҙ күҙең менән күрмәгәнгә, ышанып та булмай. Йорттоң элекке хужаһы уҡымышлы, диндар кеше булған, тиҙәр. Изге китап диван аҫтындағы йәшниктә һаҡланған. Ут сыҡҡандан һуң йыһаздың әҫәре ҡалмаһа ла, Аллаһ китабына бер ни ҙә булмаған.


Вернуться назад