Кисә — эшсе, бөгөн — миллионер!27.12.2012
Кисә — эшсе, бөгөн — миллионер!Аҡсаның бәхет нигеҙе була алыу-алмауы – бәхәсле мәсьәлә, мәгәр тормош кимәле матди байлыҡ күләменә бәйле икәнлеген инҡар итерлек түгел. Һәр хәлдә, Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙимге эшсе Радик Биктимеровтың тормошо Яңы йыл алдынан ҡырҡа үҙгәрҙе.

Ул бер нисә минут эсендә ысын мәғәнәһендә миллионерға әүерелде: “Урал-лото” уйынында 15 аҙна буйы йыйылып килгән 32 миллиондан ашыу һумлыҡ джек-потты ҡулға төшөрҙө. Әйткәндәй, Башҡортостанда ошоғаса бындай күләмдә аҡса отоусы булмаған.
Радик, әлбиттә, лотерея билеты һатып алғанда уңышҡа өмөтләнгәндер, әммә был тиклем байлыҡ тураһында хатта уйлағаны ла булмаған. Ҡыуаныслы яңылыҡты тыуған көнө алдынан ишеткән ул. Миллионер әлегә табышын нисек тотонасағын куҙалламай, әммә мотлаҡ туғандарына, яҡындарына ярҙам итәсәгенә инана. Радиктың ҡатыны бәпес көткәне лә билдәле – йәш ғаиләгә миллиондарҙың кәрәге тейәсәк әле.


Вернуться назад