Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Телеүҙәк” тип аталған яңы проекты буйынса торлаҡ отоу өсөн өс ай дауамында ҡыҙыу көрәш барҙы. “Госстрой” ойошмаһы еңеүсегә фатир асҡыстарын алдан әҙерләп ҡуйғайны. Ниһайәт, ошо көндәрҙә акцияға йомғаҡ яһалды, бүләккә Өфө ҡалаһында йәшәүсе 26 йәшлек Нияз Мәмбәтов эйә булды. Беҙ уны еңеүе менән ҡотларға ашыҡтыҡ.
— Йәш ғаилә өсөн фатир мәсьәләһе көнүҙәк. Был берәүгә лә сер түгел. Былтыр өйләндем, ҡатыным Венера менән ҡуртымға алынған фатирҙа торабыҙ. Шуға ла торлаҡлы булыу — беҙҙең өсөн ифрат ҡыуаныслы ваҡиға. Йорт әлегә төҙөлә, уны киләһе йәй файҙаланыуға тапшырасаҡтар. Өфөлә ун йылға яҡын йәшәйем, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү тураһында уйлана инем, ләкин ипотека алып, ғүмерлек бурысҡа батҡы килмәне. Был мәсьәләнең киләсәктә ыңғай хәл ителеренә күңелдә ышаныс бар ине. Юҡҡа ғына “йән биргәнгә йүн бирә”, тип әйтмәйҙәр бит. Шуға ла, ошо мөмкинлек килеп сыҡҡас, бәхетте һынап ҡарарға булдым. Өс ай буйы телевизор ҡараным. Эшем компьютерға бәйле, шуға был ниндәйҙер ауырлыҡ тыуҙырҙы тип әйтә алмайым, – тип һөйләне Нияз.
“Мөғжизәгә ышанаһыңмы?” – тип һораныҡ әңгәмә аҙағында. “Юҡ. Был еңеүҙе Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте тип ҡабул итәм”, – тине ул.