Яғыулыҡҡа хаҡтың туҡтауһыҙ юғарыға “үрмәләүенә” халыҡ күнегеп бөттө. Әммә ни эшләйһең, түҙергә тура килә – машинаһыҙ ҙа булмай. Шулай ҙа “тимер ат”тарын ҡалдырып, йәйәү йөрөргә мәжбүр булыусылар ҙа бар. Ысынлап та, яғыулыҡ быйыл төп михнәтле тауарға әйләнде...
Нефткә бай Рәсәйҙә яғыулыҡтың ҡыйбатлығына ғәжәпләнергә генә ҡала. Мәҫәлән, һуңғы осорҙа АИ-95 маркалы бензиндың хаҡы Өфөнөң ҡайһы бер яғыулыҡ станцияларында (мәҫәлән, “Лукойл”да) 30 һумдан ашып китте. Үҙебеҙҙең нефть компаниялары ла ҡалышмай. “Башнефть” менән “Башкирнефтепродукт” яғыулыҡ станцияларында ла хаҡ йыл буйы артты. Бөгөн АИ-92 – 27,55 һум, ә АИ-95 30,39 һум тирәһендә тирбәлә. Ә дизель яғыулығының баһаһы унан да артып киткән...
Эйе, яғыулыҡҡа хаҡ хәҙер ай һайын тиерлек “үҫә”, шулай ҙа бензиндың 30 һумдан ашыуы күптәрҙең асыуын ҡабартты. Интернет селтәрендә лә “туймаҫ” яғыулыҡ компанияларының хеҙмәтенән баш тартырға өгөтләүселәр табылды. Табыштары ҡырҡа кәмей башлаһа, нефтселәр халыҡтың хәленә инергә тырышыр тигән фекерҙә ҡайһы бер водителдәр. Ысынлап та, килемеңдең яртыһын тиерлек бензинға тотонғансы, йәмәғәт транспорты менән файҙаланыу йәки йәйәү йөрөү хәҙер арзаныраҡ килеп сыға.
Шулай ҙа Рәсәй яғыулыҡҡа хаҡтар юғары булған илдәр иҫәбенә инмәй, тип ышандырған була ҡайһы бер белгестәр. Беҙҙең кеүек үк нефткә бай Норвегияла уның литры — 80 һумдан ашыу. Әммә шуныһын иҫәпкә алырға оноталар: бындағы компаниялар илдең социаль өлкәһен тәьмин итерлек юғары һалым түләй. Халыҡтың йәшәү кимәле унда Европа буйынса иң юғарыларҙан: айлыҡ эш хаҡы уртаса 3 мең АҠШ доллары (беҙҙеңсә – яҡынса 90 мең һум) тәшкил итә. Әгәр 15 мең һумлыҡ эш хаҡына литрын 30 һум менән бензин алырға мәжбүр булған рәсәйҙәргә сағыштырһаң, кемдең хәле яҡшыраҡ икәнлеген бик тиҙ төшөнөргә була.