28 ғинуарҙа Бәләбәй районының Приют ҡасабаһынан аяныслы хәбәр килде: торлаҡ йорттарҙың береһендә газ баллоны шартлаған, 16 фатирлы ике ҡатлы йорт ҙур зыян күргән.
Асыҡланыуынса, фатирҙарҙың береһендә ремонт яһағандар, эшселәрҙең хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүе сәбәпле, биш кеше ғүмере менән хушлашҡан, бер нисәүһе
ауыр тән йәрәхәттәре алған.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов зәһәр ҡыш уртаһында бәләгә тарыған, торлаҡһыҙ тороп ҡалған кешеләрҙең проблемаһын иғтибарға алды, ҡасабала бер нисә ай эсендә өр-яңы йорт төҙөләсәге мәғлүм булды.
Эш бик әүҙем барҙы. Приюттың «33-сө квартал» биҫтәһендә тиҙ арала өс ҡатлы, 24 фатирлы өр-яңы йорт ҡалҡып сыҡты. 19 майҙа Рөстәм Хәмитов бәләгә тарыған 16 ғаиләгә яңы торлаҡ асҡыстарын тапшырҙы. Ҡалған фатирҙар социаль торлаҡҡа мохтаждарға бирелде.