Йәйҙең иң матур көндәрендә халыҡ һыу буйына ағыла. Тик ял иткән мәлдә лә уяу булырға кәрәк. Был һүҙҙәрҙең хаҡлығын Ишембай районының Кесе Байыҡ ауылында йәшәүсе өс туған ағалы-ҡустылы 13 йәшлек Айнур Ғәлиев менән 16 йәшлек Илшат Мөхәмәтшин тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
Ял көндәрендә ауыл эргәһендәге быуа янында алма төшөрлөк тә урын булмай. Ниңәлер өлкәндәр ете һәм биш йәшлек балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырған була. Тегеләр иһә оҙаҡ уйлап тормай, тын тултырмалы матрасҡа ултырып йөҙөп тә китә. Балаларҙың күл уртаһына барып еткәнен ярҙағылар аптырап күҙәтә. Ҡапыл көслө ел иҫеп, матрасты түңкәрә. Балалар бата башлай. Илшат менән Айнур беренселәрҙән булып һыуға һикерә. Был ваҡытта быуаның икенсе яғында ла балаларҙың ҡысҡырғанын ишетеп ҡалалар. Ҡурҡмайынса, ярҙамға ашыҡҡан үҫмерҙәр арҡаһында ғына сабыйҙар иҫән ҡала.