Үзбәкстан башҡорттары һоҡландырҙы!13.12.2011
Үзбәкстан башҡорттары һоҡландырҙы!Үзбәкстанда башҡорттар байтаҡ йәшәй тиһәң, ҡайһы берәүҙәр ғәжәпләнеп тә ҡуя. Ысынлап та, унда милләттәштәребеҙ күмәк — 40 меңгә яҡын. Ниндәйҙәр бит әле: рухтары менән үҙебеҙҙә йәшәүсе ҡайһы берәүҙәргә ҡарағанда күпкә көслөрәктәре лә бар! Шулай булмаһа, сит төбәктә генә түгел, хәҙер инде сит илдә йәшәп тә, үҙҙәрен милләт булараҡ һаҡлап ҡала, балаларына ла телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе тапшыра алмаҫтар ине, моғайын.
Шул тарафтарға юл төшкәс, шатланып командировкаға йыйындым. Берҙән, сит ил, быға тиклем таныш булмаған мәҙәниәт ҡыҙыҡтырһа, икенсенән, унда йәшәүсе башҡорттарҙың тормош-көнкүрешен күреү, ҡаҙаныштары һәм ихтыяждары менән танышыу, аралашыу форсаты ҡәҙерле ине.
Был яҡтарға юлланыуҙың мөһим сәбәбе лә булды: ноябрь аҙаҡтарында Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентта Башҡортостан Республикаһы көнө ойошторолғайны. Милләттәштәребеҙ был сараға республиканан да ҡунаҡтар саҡырҙы. Сәйәхәткә Өфөнән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының төбәк-ара һәм халыҡ-ара бәйләнештәр секторы мөдире Рәйсә Ғәйфуллина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, академик, философия фәндәре докторы, Өфө дәүләт авиация техник университеты профессоры Фәнил Фәйзуллин, Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы артистары юлландыҡ.
Беҙҙе унда ашҡынып көтөүҙәре самолеттан килеп төшөү менән һиҙҙерҙе. Ҡаршы алыр өсөн иң әүҙем милләттәштәребеҙ килгәйне. Улар — Ташкент ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт үҙәге рәйесе Илшат Хәсәнов, уның урынбаҫары Рәлиә Ҡәрипова, “Урал” ансамбле етәксеһе Фирүзә Хәлдәрова һәм “Дуҫлыҡ” башҡорт-татар мәҙәни үҙәге рәйесе Ғәләйетдин Сәфәрғәлиев. Иң яҡын туғандарын көткәндәрме ни, йөҙҙәренән шатлыҡ китмәне.

Үзбәкстан башҡорттары һоҡландырҙы!Хәлдәрең нисек, башҡортом?

Ташкент гөрләй, тормош ҡайнай. Ниндәй генә милләт вәкилен осратмаҫһың бында. Үзбәкстан үҙ ҡанаты аҫтына бик күп халыҡты һыйындырған, төрлө милли диаспоралар бихисап. Сәбәбе билдәле: элегерәк, бер дәүләт булып йәшәгән заманда, бөтә Союздан кешеләрҙе был тарафтарға йүнәлтмә буйынса эшкә күпләп ебәргәндәр, ер тетрәүҙән һуң ҡаланы яңынан тергеҙеү өсөн дә күп көс һалынған. Күптәр шул саҡтарҙа уҡ был йылы, мул төбәктә ғаилә ҡороп, төпләнеп ҡалған һәм бөгөнгәсә йәшәүен дауам итә.
Һүҙ ҙә юҡ, Үзбәкстан Республикаһы етәкселеге уларға мәҙәниәтен өйрәнеү һәм үҫтереү, милли үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалыу өсөн киң мөмкинлектәр бирә, төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә. Әммә, ниндәй генә йылы мөнәсәбәт булмаһын, һәр кемдең күңеле тыуған яҡҡа тартыла, һәр ваҡыт уны һағыныу, юҡһыныу тойғоһо йәшәй. Шуға күрә бында төпләнеп ҡалғандар төрлө үҙәктәргә берләшә, ошо рәүешле үҙ телен өйрәнеү мөмкинлеген таба, мәҙәниәтен үҫтерә, аҙға ғына булһа ла һағышын баҫа. Аралашыу йәһәтенән дә үҙәктең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Үзбәкстан башҡорттарының Ташкент ҡалаһында эшләгән Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенә һәм уның рәйесе Илшат Хәсәновҡа рәхмәте бик ҙур. Әйткәндәй, ойошмаға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ла рәхмәтле, сөнки тап ошо үҙәк ҡоролтайға бөтә донъя кимәлендәге статус алыуҙа ярҙам иткән. Улар — ҡоролтайҙы ойоштороусы сит ил ойошмаларының береһе.
Киләһе йыл Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге үҙәккә 20 йыл тула һәм уның тарихында Илшат Хәсән улының башҡарған хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Ғөмүмән, был шәхес тураһында бик күп маҡтау һүҙҙәре әйтергә була. Ошо үҙәктең башланғысында торған, ситтә йәшәүсе башҡорттарҙы берләштергән, уларға ярҙам күрһәтеү йәһәтенән күпте эшләгән ул.
Илшат Хәсәнов — 1996 йылдан алып үҙәктең алыштырғыһыҙ рәйесе. Уның эшмәкәрлеген Башҡортостанда ла, Үзбәкстанда ла бик юғары баһалайҙар. Ул тәүгеләрҙән булып Үзбәкстандың “Шөһрәт” миҙалы менән бүләкләнгән, бик күп Маҡтау грамоталары алған, шулай уҡ яңыраҡ Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән дә баһаланды.
Илшат Хәсән улының урынбаҫары Рәлиә апай Ҡәрипованы ла тик йылы һүҙҙәр менән телгә алғы килә. Уның әүҙемлегенә, “башҡортом” тип янып йөрөүенә һоҡланмау мөмкин түгел. Ғүмеренең күп өлөшөн Үзбәкстанда үткәреүенә ҡарамаҫтан, башҡортса иркен һөйләшә. Ул ғына ла түгел, ошонда тыуып үҫкән балаларын һәм ейәндәрен дә үҙ теленә өйрәткән. Бөгөн улар ҙа – әүҙем йәмәғәтселәр. Рәлиә апайҙың ҡыҙҙары Альбина менән Сафияға, ейәндәре Тимур менән Маратҡа ҡарап, күңел шатлана. Малайҙар “Урал” ансамбленә йөрөй, унда башҡорт телен, үҙебеҙҙең популяр йырҙарҙы өйрәнә. Альбина әсәһенә барлыҡ эштә лә ярҙамлаша, ә Ташкенттағы башҡорт йәштәре ойошмаһы етәксеһе Сафия әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетында уҡып йөрөй. Рәлиә апайҙың һәм уның ейәндәренең милли башҡорт кейемдәре бар. Уларҙы үҙ ҡулдары менән теккәндәр.
Ике-өс йыл элек Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли-мәҙәни үҙәк ҡарамағында “Ағиҙел” клубы булдырылған. Ташкентта булған саҡта уның менән дә таныштыҡ. Клубҡа 45 йәштән өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙ йөрөй. Апайҙарҙың күбеһе Ташкенттың Сергели районында йәшәй — башҡорттарҙың күп өлөшө тап ошо районда ғүмер итә икән. “Ағиҙел”дәрҙең көс-ҡеүәте ташып тора, дәрт-дармандары йәштәрҙекенән ҡайтыш түгел.
Клубтың фольклор түңәрәге эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙың һәр береһе үҙенә милли башҡорт кейеме теккән. Рәлиә апайҙың һөйләүенсә, туҡыманы үҙ аҡсаһына йүнләйҙәр, күнде иҫкерәк тундарҙан киҫеп алалар. Ә тәңкәләр урынына совет заманынан ҡалған тимер аҡсаны ҡулланалар икән. Һөйөү менән башҡарылған эш булғас, бик тә матур костюмдары!
Клубтың етәксеһе — Эммануила Хәбиб ҡыҙы, ә иң әүҙем ҡатнашыусыһы, илһамландырып йөрөүсеһе — Рәлиә Ҡәрипова. Барлыҡ саралар, күргәҙмәләр ҡыҙҙарҙың үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәренән тыш үтмәй. Кисәләрен дә клуб ағзалары ҡул эштәре башҡарыу, ҡумыҙҙа уйнау, йыр-бейеү менән үткәрә. Улар бәйләгән шәлдәрҙе, теккән әйберҙәрҙе барыһы ла яратып ала. Әйткәндәй, һатҡан әйберҙәренең аҡсаһын улар хәйриә маҡсатында файҙалана.
“Ағиҙел”дән мәрхәмәт күреүселәр иҫәбендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ла бар. Йыл һайын Бөйөк Еңеү көнөндә клуб әүҙемселәре, милли кейемдәрен кейеп, ветерандарҙың һәр береһенә йөрөп сыға, уларға аҡсалата ярҙам күрһәтә. Тик оло кеше өсөн иң мөһиме — әлбиттә, иғтибар.
Беҙгә ошо сараның видеояҙмаларын күрһәттеләр. “Ағиҙел”дәр, әүҙем йәштәр менән бергә йөрөп, өлкәндәргә йырҙар йырлай, атлап йөрөрлөк хәлдәге ветерандарҙы бейетеп, күңелдәрен күрә. Бындай хөрмәткә һәм иғтибарға һәр береһенең күҙҙәре йәшләнә.
Башҡа байрамдарҙа ла әүҙем ҡатнаша улар. “Самауыр байрамы”, “Уйна, гармун!”, “Ҡабаҡ байрамы”, балдар, концерттар бик йыш үтә унда. Апай-инәйҙәр Үзбәкстан менән Башҡортостандың дәүләт кимәлендәге һәм милли байрамдарынан бер ҡасан да ситтә ҡалмай. Һәр байрамды видеоға, фотоға төшөрөп, иҫтәлек өсөн һаҡлайҙар. Фотоларҙан альбомдар яһала, ҡунаҡтар теләгән ваҡытта улар менән таныша ала. Бер һүҙ менән әйткәндә, эш тулы ҡеүәттә гөрләй.

Үзбәкстан башҡорттары һоҡландырҙы!Иң ҙур байлыҡ — берҙәмлек

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Илшат Хәсәновтың тәҡдиме менән 2008 йылда “Урал” исемле балалар һәм йәштәр ансамбле булдырылған. Ансамбль тиһәң, тәү сиратта йыр-бейеү түңәрәге күҙ алдына баҫа. Әммә бында эш күпкә киңерәк алып барыла.
Ойошманың етәксеһе Фирүзә Хәлдәрова тураһында айырым һүҙ әйтмәү мөмкин түгел. Атаһы — үзбәк, әсәһе – татар милләтенән, үҙе Ташкентта тыуып үҫкән. Йәш сағында Башҡортостанға йыш килгән, ошонда ул телде, мәҙәниәтте, беҙҙең йырҙарҙы яратып өйрәнгән.
— Минең башҡорт мәҙәниәтенә ғашиҡ булыуым башҡорт егетенә мөхәббәтемдән килә, — ти ул, серен сисеп. — Милләттең бер вәкилен һөйөүем барлыҡ халыҡты, уның мәҙәниәтен, йыр-моңон, көнкүрешен яратыуға килтерҙе.
Белемде лә ул Өфө сәнғәт училищеһында алған, ошонда оҙон көйлө башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарырға өйрәнгән. Фирүзә ҡурайҙа, баянда, аккордеонда ла уйнай. Бөгөн – Үзбәкстан дәүләт филармонияһында хор капеллаһының солисы ул. Эше күп булыуға ҡарамаҫтан, “Урал” ансамбле өсөн дә ваҡыт таба.
Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ әле: ошо ҡатын балаларға һәм йәштәргә башҡорт теленән белем бирә! Иғтибар телгә генә түгел, Башҡортостандың мәҙәниәтенә, тарихына һәм йыр-моңона ла ныҡлы бүленә. Уҡыу өсөн ял һайын йыйылалар. Тематик кисәләр, бәләкәй концерттар йыш үткәрелә. Был кисәләрҙең маҡсаты
— башҡорт телен тәрәнерәк өйрәнеү, мәҙәниәтте пропагандалау.
— Мин, әлбиттә, филолог түгел, шуға күрә уҡытыуҙы үҙем белгәнсә алып барам. Иң тәүҙә хәрефтәрҙе өйрәнәбеҙ, аҙаҡ — һүҙҙәрҙе. Башҡортостандан килтерелгән әсбаптарҙы файҙаланам. Иң мөһиме – беҙҙе бөтә Ташкентта ишетеп беләләр, башҡорттар үҙҙәре табып килә. Ваҡытҡа ҡарамайынса, кискә тиклем шөғөлләнәбеҙ, — ти Фирүзә Мөхәммәт-Али ҡыҙы.
Ансамбль Ташкенттағы башҡа милли-мәҙәни үҙәктәр ойошторған сараларҙа, байрам концерттарында һәр ваҡыт ихлас ҡатнаша. Баш ҡалалағы милли үҙәктәр араһында үткәрелгән бәйгеләрҙән дә ситтә ҡалмайҙар һәм һәр саҡ ниндәй ҙә булһа урын яулайҙар.
Беҙгә Ташкенттың Т. Садиҡов исемендәге ҡала мәҙәниәт йортонда урынлашҡан “Урал” ансамбле офисын барып күреү форсаты тейҙе. Бүлмә артыҡ ҙур булмаһа ла, башҡорт халҡының мәҙәниәте, рухы сағыла. Милли кейемдәр, бәләкәй генә тирмә, көнкүреш әйберҙәре, Башҡортостандан килтерелгән китаптар, телде өйрәнеү өсөн әсбаптар, башҡортса фильмдар, йыр йыйынтыҡтары, төрлө аудиояҙмалар бар.
Фирүзә Хәлдәрова ҡыҙы Йәмиләнең күңелендә лә башҡорт мәҙәниәтенә, йыр-моңона һөйөү тәрбиәләп үҫтерә. Әйткәндәй, Йәмилә, былтыр Нефтекама ҡалаһында үткән “Дуҫлыҡ моңо” халыҡ-ара конкурсында ҡатнашып, дипломант һәм махсус приз эйәһе булған. Ҡыҙыҡай әсәһенә бик ҙур ярҙам күрһәтә, һәр сарала ҡатнаша: уларҙы алып бара, үҙе лә йырлай.
Ташкентҡа беҙ Фирүзә Хәлдәрова өсөн бик шатлыҡлы яңылыҡ алып барҙыҡ: тап шул көндәрҙә уға Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовтың Указы менән “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы һәм бик лайыҡлы исем бирелде! Үзбәк ҡатынының тырышлығын, башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә һалған көсөн республикала шулай юғары баһалауҙары уға, һис шикһеҙ, ҙур көс бирә һәм ҡанат ҡуя.
Ғөмүмән, бындағы башҡорттар ифрат көслө рухлы булып сыҡты. Улар үҙҙәре лә телде онотмай, үзбәктәрҙе лә башҡорт мәҙәниәте менән әүҙем таныштыра. Быға тағы ла бер сағыу миҫал — Кәрим Жураев атлы ир-уҙаман. Ул да “Урал” ансамблендә шөғөлләнә, милли-мәҙәни үҙәк әүҙемселәренең береһе. Моңло итеп башҡорт халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡара. Үҙенең беҙҙең мәҙәниәткә ҡағылышы булғаны, башҡортса аралаша белеүе менән ғорурлана ул. Беҙ ҙә, шундай кешеләрҙең булыуын күреп, сикһеҙ шатландыҡ. Ғөмүмән, үҙәккә йөрөүселәр араһында әүҙем кешеләр бихисап. Мәҫәлән, Миңһылыу Ҡолоева, һағышына түҙә алмайынса, өлкәнәйгәс шиғырҙар яҙа башлаған.
Бөгөн үҙәк башҡорт халҡының мәҙәниәтен үҫтереү һәм таратыу, урындағы милләттәштәрҙең рухын күтәреү өсөн күп саралар ойоштора. Ҙур концерттар, күргәҙмәләр, арҙаҡлы шәхестәр менән осрашыуҙар һәм төрлө байрамдар үткәреү йәһәтенән тәжрибәһе ҙур. Иң мөһим саралар иһә — йыл һайын мотлаҡ үткәрелгән һабантуй һәм Башҡортостандың дәүләт байрамы — Республика көнө.

Үзбәкстан башҡорттары һоҡландырҙы!”Беҙҙе моң берләштерә”

Моң һүҙенең башҡа берәй телдәге тәржемәһе нисек булғанын беләһегеҙме? Юҡ, күпме генә уйлаһағыҙ ҙа, таба алмаҫһығыҙ. Музыка, мелодия һүҙҙәре моңдоң асылын да, мәғәнәһен дә тулы кимәлдә асып бирә алмай. Башҡортҡа ғына хастыр ул!
Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған концерт барышында быға ҡабат-ҡабат инандыҡ. Стәрлетамаҡ филармонияһы артистарын — бейеүселәр Руслан Сөләймәнов менән Лилиә Хәбибуллинаны, ҡурайсы Миңлеғәле Хәсәновты һәм йырсы Ғәзинур Хужәхмәтовты — халыҡ бик йылы ҡабул итте. Күптәрҙә күҙ йәштәре күренде. Ҡурай моңона ҡушылып халыҡ йырҙарын башҡарған саҡта улар уйҙарында ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтты буғай. Русландың ғорур бөркөттәй осоноп, Лилиәнең талдай һығылып бейеүен күҙәтеп, милләттәштәребеҙ һоҡланыуын йәшермәне. Ҡурайҙың дәртле көйҙәренә күптәр түҙеп ултыра алманы, урындарынан тороп, бейергә төшөп китте. Беҙҙең артистар, ғөмүмән, сит яҡтарға сыҡһа, рух күтәренкелеге, асыҡ күңеле менән һәр тамашасыны әсир итә. Быны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты вәкиле Рәйсә Ғәйфуллина ла билдәләне:
— Артистарға шул тиклем рәхмәтлемен. Башҡортостанда бындай концерттарға ҡайһы саҡта иғтибар ҙа етмәй ҡала кеүек, ә сит ергә сыҡһаҡ, улар өсөн шул тиклем ғорурланам. Ябай ғына концерт күрһәтмәйҙәр бит, ә аралашыуға, беҙҙең моңға, мәҙәниәтебеҙгә һыуһаған халыҡ менән концерт барышында ла, унан һуң да ихлас аралашалар, — тине ул.
Ысынлап та, артистарыбыҙҙы күтәреп тигәндәй йөрөттө Үзбәкстан башҡорттары. Ғөмүмән, концерт бик юғары кимәлдә үтте. Кисәгә тип Ташкенттың опера театры янына яҡынлашыу менән бында ниндәйҙер мөһим сара көтөлөүе күҙгә ташлана ине. Тышта, ишек төбөндә халыҡ күпләп йыйылған, билет етмәгәндәр тулҡынлана-тулҡынлана “урын килеп сыҡмаҫмы” тип көтә ине.
Мәҙәниәт һарайының фойеһында тамашасыларҙы башҡорт милли кейемендәге мөләйем йөҙлө апайҙар ҡаршылай: беҙгә таныш “Ағиҙел”дәр булып сыҡты. Улар милли йолаларҙы күрһәтте, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙы. Шунда уҡ йәнле аралашыу барҙы. Күптәр бер-береһен белә булып сыҡты, барыһының да бер туғандай йәшәүенә дәлил ине был.
Элегерәк был концертты “Урал”, “Йәшлек”, “Дуҫлыҡ”, “Ағиҙел” үҙешмәкәр фольклор коллективтары ҡатнашлығында ойошторһалар, быйыл стәрлетамаҡтар ҙа ҡушылды. Үҙҙәренең йырҙары менән Фирүзә Хәлдәрова, Кәрим Жураев, Йәмилә Ғиясова, Райхан Манапова һәм башҡалар ҡатнашты. Шулай уҡ Башҡортостандан килгән ҡунаҡтарҙы Үзбәкстандың билдәле артистары сығыштары, милли бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы.
Байрам бүләкһеҙ булмай: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, Үзбәкстанда йәшәгән милләттәштәребеҙҙең эшен юғары баһалап, үҙҙәренең “Ал да нур сәс халҡыңа” тигән миҙалын һәм Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Уларға Илшат Хәсәнов, Рәлиә Ҡәрипова, Фирүзә Хәлдәрова, Ғәләйетдин Сәфәрғәлиев, Ринат Гуляев, Кәрим Жураев һәм Миңһылыу Ҡолоева лайыҡлы тип табылды. Башҡарма комитеттың почет грамоталары менән дә абруйлы һәм әүҙем кешеләр бүләкләнде. Бынан тыш, Үзбәкстанда башҡорттарға үҫеш мөмкинлеге биргән һәм ярҙам күрһәткән кешеләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Рәсәйҙең Үзбәкстандағы илселеге вәкилдәренә, Үзбәкстан-Рәсәй хеҙмәттәшлеге ойошмаһы етәксеһенә, республиканың интернациональ мәҙәни үҙәге етәксеһенә ҡурай, башҡорт балы һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Үзбәкстан башҡорттары һоҡландырҙы!Башҡаларға өлгө

Үзбәкстан башҡорттарының ғорурланырлыҡ эштәре бихисап. Бер мәсьәләлә улар хатта Башҡортостандың “танауына сиртте”: 1997 йылда уҡ Ташкент ҡалаһының үҙәк урамдарының береһенә Әхмәтзәки Вәлиди исеме бирелде! Бындай эштең ни тиклем ҡатмарлы булыуы, ваҡыт һәм сығымдар талап итеүе билдәле. Изге теләктәрен тормошҡа ашырыу өсөн Илшат Хәсәнов хатта ил президентына тиклем барып еткән. Бөйөк ғалимыбыҙ Әхмәтзәки Вәлидиҙең исеме донъяға, айырыуса көнсығыш илдәрендә яҡшы таныш булһа ла, Илшат Хәсән улына Үзбәкстан ғалимдарының Әхмәтзәки Вәлиди тураһында яҙылған эштәре аша уның тарихи әһәмиәтен дәлилләргә тура килгән. Иң мөһиме — был эш тормошҡа аша, һәм Вәлиди исемендәге урам барлыҡҡа килә. Һис шикһеҙ, ғорурланырлыҡ ваҡиға был! “Афарин!” тип әйтергә генә ҡала.
Тағы бер һоҡланғыс эштәре бар уларҙың: Үзбәкстандың төп телерадиокомпанияһында аҙнаһына бер тапҡыр башҡорт телендә тапшырыу сыға! Был эш 1991 йылдан уҡ башланған һәм әлегәсә дауам итә. Тапшырыуҙарҙы сығышы менән Әлшәй районынан булған Рузима Хафизова әҙерләп алып бара.
— Беҙҙең төп маҡсат — мәҙәниәтебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, үҫтереү һәм халыҡҡа таратыу. Башҡортостанды, ундағы туғандарҙы бик һағынам һәм ошо тапшырыуҙар аша үҙемде тыуған илгә ҡайтҡан кеүек хис итәм. Икенсе дәүләттә йәшәп тә, телебеҙҙе онотмауыбыҙ өсөн бик ғорурланам, — ти ул.
Аҙнаһына бер тапҡыр сыҡҡан 30 – 50 минутлыҡ эфирҙа бында йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең тормошо сағыла, үҙәк тарафынан үткәрелгән һәр сара яҡтыртыла. Шулай уҡ спектаклдәрҙән өҙөктәр, йырҙар урын ала. Тапшырыуҙы Үзбәкстан башҡорттары ғына түгел, башҡа милләт вәкилдәре лә ҡыҙыҡһынып ҡарай.
Эш бының менән генә сикләнмәй. Ошо уҡ компанияла аҙнаһына бер тапҡыр радиотапшырыуҙар ҙа әҙерләп сығарыла. Был эш тә 1991 йылдан башланған. Тапшырыуҙар һәр кесе йомала иртәле-кисле ҡуйыла, уларҙы Райхан Мирсаяпова менән Рәлиә Ҡәрипова туплай. Рәлиә апай эфирҙы яңы материалдар, интервьюлар менән тулыландырып ҡына тора. Радио тыңлаусылар рәхәтләнеп башҡорт йыр-моңон тыңлай, шулай уҡ билдәле шәхестәребеҙгә арналған һүрәтләмәләр, артистар, ғалимдар менән ойошторолған әңгәмәләр, үҙәк үткәргән сараларҙан репортаждар көтөп алына.

* * *
Бына шулай йәшәй Үзбәкстан башҡорттары. Башҡа сит төбәктәрҙәге милләттәштәребеҙгә генә түгел, үҙебеҙгә лә өлгө алырға кәрәктер уларҙан. Бер нисә көн генә дауам иткән сәйәхәт барышында ҡәрҙәштәребеҙ беҙгә бик күп нәмә күрһәтергә өлгөрҙө. Һүҙ ҙә юҡ, яҡташтарыбыҙ Башҡортостанды һағына, юҡһына. Бында башҡарған эштәре лә ватансылыҡ тойғоһоноң көслө булыуынандыр.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һәр береһенең паспортындағы “милләт” графаһында “башҡорт” тип яҙылған. Был исемде ҙур ғорурлыҡ менән йөрөтәләр! Илшат ағай, Рәлиә апай, Фирүзә, Кәрим кеүек милләтебеҙҙе алға әйҙәүселәр булған саҡта, Үзбәкстанда башҡорттар артабан да һаҡланыр, ул ғына ла түгел, үҙҙәрен тирә-яҡтағыларға танытып, лайыҡлы алға атлар!
Әлфиә ӘЙҮПОВА
Өфө – Ташкент – Өфө.


Вернуться назад