Ҡотлайбыҙ!27.12.2012
Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәгән ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ Арғынбаев Шамил Шакир улын тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Уға 81 йәш тулды.
Ошо шатлыҡлы ваҡиға уңайынан, атай, һиңә оло рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ, ҡоростай сәләмәтлек, йән тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бәхетле ғүмер теләйбеҙ.
Ғәзиз әсәйебеҙ Рәүилә Рәхмәт ҡыҙы менән беҙгә, биш балағыҙға, ғүмер бирҙегеҙ, наҙлап, ҡәҙерләп, ел-ямғыр тейҙермәйенсә үҫтерҙегеҙ, белем алырға, матур итеп туйҙар яһап, тормошта үҙ урындарыбыҙҙы табырға ярҙам иттегеҙ. Һеҙҙе ҡыуандырып, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ буй еткерҙе.
Атай! Киләсәктә беҙ үҫкән тыуған ояның утын һүндермәйенсә тыныс тормошта оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
Иң изге теләктәр менән балаларың Миңзәлә, Наил, Инел, Иҙел, Илнур, килендәрегеҙ, кейәүегеҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ.


Вернуться назад