Бал ҡортоноң наҙы бар...27.12.2012
Быйыл баш ҡалабыҙҙағы, “Аҡбуҙат” ипподромында тәүге тапҡыр ойошторолған “Башҡортостан – Рәсәйҙең баллы төбәге” фестивале республиканың барлыҡ район вәкилдәрен дә йыйғайны.

Сара программаһына ярашлы, XII республика умартасылар һәм VI республика “Йәш умартасы” конкурстары үтте. Төрлө төбәктәрҙән йыйылған оҫталар таһыллығын һынағансы, “Баллы Башҡортостан” тигән йәрминкә рәттәрендә сауҙа ҡыҙҙы. Балдың ниндәйе генә юҡ! Сәскә, йүкә, ҡарабойҙай, солоҡ балы, төҫө-тәме лә – төрлөнән. Хаҡтар ҙа бер иш түгел: килограмы өсөн 400-ҙән алып 2000 һумға тиклем ине (өс литрлыҡ банкаһы 1200 һумдан 10 000 һумғаса). Аңлағанһығыҙҙыр: иң ҡиммәтле һәм һиммәтле ризыҡ – солоҡ балы, Бөрйән урмандарынан килтерелгән. Ҡырағай ҡорттарҙың эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе үҙе бер мөғжизә – сихәтле лә, тәмле лә. Бындай балдың дымлылығы түбән. Шулай уҡ балауыҙын ҡорт үҙе эшләй – балды әҙер рамға йыймайҙар. Ризыҡтың баһаһын белгәндәр балды йыраҡ тарафтарҙан да килеп ала, хаҡына ҡарамай.
Фестивалдең төп ҡунағы – Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та сауҙа рәттәренән үтте, ассортимент менән танышты.
– Башҡорт балының даны барыһына ла билдәле, – тине ул. – Бындай саралар республика өсөн бик кәрәк. Бал етештереү йылдан-йыл арта, әммә тармаҡты үҫтерерлек мөмкинлектәр бар әле. Башҡорт балын башҡа төбәктәргә лә оҙатабыҙ, бер нисә йылдан беҙҙең республика 20 — 30 йыл элек булған күрһәткескә, 700 — 800 мең күскә, етәсәк. Әлегә иһә был һан 300 — 400 мең тирәһе.
Сауҙа рәттәрендә бал ғына түгел, башҡа төрлө умартасылыҡ тауарҙарын да күрергә була ине: прополис, балауыҙ, һитә, инә ҡорт һөтө, косметика һәм башҡалар. Республиканың иң оҫта ашнаҡсылары әҙерләгән 200 килограмлыҡ баллы сәк-сәк иһә байрамдың төп биҙәгенә әүерелде. Йыраҡтан уҡ ҙурлығы, биҙәлеше менән күҙҙе ҡамаштырып торған татлыҡай янына олоһо ла, кесеһе лә йыйылды. Уны тәмләп ҡарауҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
“Халыҡҡа ошондай байрамдар етмәй, тигәнде йыш ишетергә тура килә. Бына, Башҡорт балы көнө – шуларҙың береһе. Барыһы ла бик матур ойошторолған, иң мөһиме – халыҡҡа, миңә лә оҡшай”, – тине ул сара хаҡында. Әйткәндәй, ойоштороусылар фестивалде йыл да үткәрергә ниәтләй. Билдәле булыуынса, ике көндә йәрминкәлә 80 мең тоннанан ашыу бал һатылған – был үҙенсәлекле рекорд!


Вернуться назад