Беҙҙең өсөн үҙ кеше27.12.2012
Беҙҙең өсөн үҙ кешеБеҙҙең редакция уҙғарған һәр кисәлә тиерлек Өфө ҡалаһындағы 77-се почта бүлексәһенең уңған почтальоны Рәхилә Ғәлимйәнованы күреп өйрәнгәнбеҙ.
Мәҫәлән, күптән түгел, "Башҡортостан" гәзитенең 95 йыллыҡ юбилейын билдәләгәндә, матбуғатҡа яҙылыуҙы ойоштороу йәһәтенән ярҙамын бигерәк тә ныҡ тойҙоҡ, бынан тыш, матбуғат байрамдарында, бүтән ваҡытта ла ул гел беҙҙең менән. Сараның ҡайҙа ғына үтеүенә ҡарамаҫтан, ул шул ергә иң беренселәрҙән килеп, үҙенә өҫтәл хәстәрләй. Халыҡ араһында йыш йөрөгәс, күптәр менән танышлыҡ булдырған, үҙ туғанылай күрәләр хатта. Ғөмүмән, Рәхилә Төхвәтулла ҡыҙы күптән инде редакцияның һәм гәзит уҡыусыларҙың үҙ кешеһенә әйләнде.

— Ҡайһы берәүҙәр йорто янындағы почта бүлексәһенә барып, гәзит-журналға яҙылырға ваҡыт тапмай, бының өсөн уларҙы ғәйепләргә лә ярамай, – ти почтальон. – Әле мәҙәниәт усаҡтарына олоһо ла, кесеһе лә күп йөрөй. Форсаты сығып тора бит, ә ниңә шуны файҙаланмаҫҡа!? Хатта өй беренсә йөрөйөм. Матбуғатҡа яҙылырға теләүселәрҙе еңел табам, ә ундайҙар бихисап.
Үҙ уҡыусыһына көнөндә барып еткән осраҡта ғына гәзит-журналдың абруйы, киләсәге була. Рәхилә Төхвәтулла ҡыҙы был йәһәттән дә ныҡ тырыша, ваҡыт менән иҫәпләшеү – уға ят сифат.
Беҙгә бер нисә кешенән: "Почтальондарҙың гәзит-журнал уҡырға ваҡыты юҡ, шуға улар матбуғатҡа ла яҙылмай", – тигән фекер ишетергә тура килде. Быға ҡарата гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы бына нимә тип яуап бирҙе:
– Хеҙмәттәштәремдең гәзит-журналға яҙылмай ҡалғаны юҡ. Мин иһә "Башҡортостан"ды 1976 йылдан алдырам, тағы ла бер нисә яратҡан баҫмам бар. Донъя, ил хәлдәре тураһында иң беренсе беҙ хәбәрҙар.
Эшенә мөкиббән бирелгән ул, ялдамын тип ҡул ҡаушырып ултырмай.


Вернуться назад