Яҡташтарының йөрәк тибешен тойоп27.12.2012
Яҡташтарының йөрәк тибешен тойопҺәр кем табип булып китә алмай. Был һөнәр эйәһе иғтибарлы, йомшаҡ күңелле, шул уҡ ваҡытта яуаплы булырға, тиҙ арала дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белергә, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа һәм туҡтауһыҙ уҡырға, камиллашырға тейеш. Мораҡ үҙәк район дауаханаһының көндөҙгө стационар мөдире, кардиолог Зөлфиә Ибраһимова иһә фәҡәт табип булыр өсөн яратылғандыр.

Зөлфиә Рауил ҡыҙына килгән пациенттар уның кешене иғтибар менән тыңлай белеүенә, һауығыуға ышаныс уята алыуына һоҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күбебеҙ тамам хәлһеҙләнгәс кенә сәләмәтлекте ҡайғырта башлай. Мораҡ кардиологы иһә һәйбәт дауа биреп кенә ҡалмай, үҙеңде яратырға һәм һаҡларға ла өйрәтә.
Былтыр Зөлфиә Ибраһимова, Мәскәүҙә “Ауыл халҡы араһындағы ҡан әйләнеше сирҙәренең медик-социаль аспекттары һәм уларҙы иҫкәртеү саралары” тигән диссертацияһын уңышлы яҡлап, медицина фәндәре кадидаты булды. Ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре күптән өйрәнелһә лә, табип ҡырыҫ шарттарҙа йәшәгән һәм ауыр хеҙмәт башҡарған ауыл халҡында был ауырыуҙарҙың башҡасараҡ сағылыуын иҫбатлай. Авторҙың сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм дауалау буйынса төҙөлгән төплө методик эше Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан хупланды, уны бөгөн табиптар һәм фельдшерҙар үҙ эшендә файҙалана.
“Кардиологыбыҙ бик иғтибарлы, мәрхәмәтле, һиҙгер күңелле. Уны башҡа һөнәр эйәһе итеп күҙ алдына ла килтереп булмай”, — ти күгәрсендәр. Халыҡтың һүҙен ҡеүәтләп, Зөлфиә Рауил ҡыҙы быйыл “Йылдың иң яҡшы табибы” республика конкурсының “Иң яҡшы ауыл табибы” номинацияһында еңеү яуланы.


Вернуться назад