Ике-өс йыл элек “Башҡортостан” гәзитенең беренсе битендә Әлиә менән Әлмир Мөхәмәтйәровтарҙың фотоһүрәте баҫылып сыҡты. Башҡорт дәүләт филармонияһы ятағының файҙаланыуға тапшырылыуы хәбәр ителгәйне ул һанда.
Быйыл иһә Мөхәмәтйәровтарҙы Өфө күләмендәге “Йәш ғаилә-2012” конкурсында күреп һөйөндөк. Бында улар улдары — биш йәшлек Айдемир һәм өс йәшлек Әлимхан — менән килде. Йәштәр конкурста үҙҙәрен генә түгел, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәтен дә юғары кимәлдә күрһәтеүгә өлгәште. Тәүҙә ҡунаҡтарҙы фойелағы тирмәлә ҡаршылап һоҡландырһалар, һуңынан Айдемир “Әйҙә, уйна, ҡурайсы!” тип йырлап таң ҡалдырҙы. Йәш атайҙың улына ҡурай яһарға өйрәтеүе үҙе бер тулҡынландырғыс тамашаға әүерелде. Ҡурай көпшәһе лә ябай түгел ине: уны Әлмирҙең ҡартатаһы ҡасандыр Ирәндектән ҡырҡып алып ҡайтҡан һәм ейәненә ҡомартҡы итеп ҡалдырған булған.
Йолаларҙы һанлаған, балаларына халыҡ тәрбиәһе бирергә ынтылған заман йәштәре республика кимәлендәге конкурста ҡатнашыу хоҡуғын алды. Улар бында ла сәхнәне дер һелкетте — Конгресс-холды һабантуй майҙанына әүерелдерҙе.
Йәштәр үҙҙәрен ваҡытлыса булһа ла торлаҡлы иткән филармонияға рәхмәтле. Һәр ойошма йәш хеҙмәткәрҙәре тураһында ошондай хәстәрлек күрһә, ғаиләләр татыу, балалар бәхетле булыр, тигән фекерҙә Мөхәмәтйәровтар. Әйткәндәй, ғаилә башлығы филармонияның реклама бүлегендә эшләй. Төп һөнәренән тыш, Өфөлә башҡорт йәштәре өсөн дискотека һәм концерттар ойошторорға, КВН-да ҡатнашырға ла ваҡыт таба.
Тормоштары һәр яҡлап бөтөн йәштәрҙең: һәләтле, һау-сәләмәт балалары көн дә уңыштары менән һөйөндөрә, өйҙә татыулыҡ хакимлыҡ итә, торор урындары ла бар. Шулай ҙа тынғыһыҙ, бөтмөр Мөхәмәтйәровтар яңынан-яңы маҡсаттар ҡуйып йәшәргә күнеккән. Ошоға тиклем “Йәш ғаилә” республика конкурсында ҡатнашыу теләге менән янһалар, хәҙер баш ҡала эргәһендә ер алып, йорт һалырға ниәтләйҙәр.