Һөйөү һәм тоғролоҡ хаҡына27.12.2012
Һөйөү һәм тоғролоҡ хаҡынаБашҡаларға өлгө, бер-береһенә тоғро һәм мөхәббәтле булған, балаларына матур тәрбиә биргән ғаиләләрҙең береһе ул Гөлфиә менән Таһир Ҡунафиндар. Баһадирҙай дүрт ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр. Күптән түгел бәхетле ғаилә Әбйәлил районында тәүгеләрҙән булып “Һөйөү һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.

Әйткәндәй, хужабикә 2004 йылда “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған. “Матур балалар тәрбиәләүҙең сере нимәлә?” — тигән һорауға Гөлфиә Фазулла ҡыҙы:
— Сере ябай — балаларға һөйөү, — тип кенә яуапланы.
Ошо һорауҙы күпме әсәгә бирһәк тә, яуаптары һәр саҡ уртаҡ — балаларҙы яратырға кәрәк. Һөйөү нурына сорналған йортта ғына бәхетле бала тыуып үҫә. Гөлфиә менән Таһир Ҡунафиндар — балаларының яҡын кәңәшсеһе, тәрбиәсеһе. Ғаиләлә проблемалар һәм уй-ниәттәр уртаға һалып хәл ителә, һәр кемдең фекерен тыңлау, теләген иғтибарһыҙ ҡалдырмау кеүек күркәм сифаттар бәләкәйҙән тәрбиәләнә. Улдары Батыр менән Заһир эшләп йөрөй, Рәшит һәм Рәзиф — әле студенттар. Айгүзәл мәктәптә белем ала, уҡыу алдынғыһы.
— Балаларҙың холоҡ-фиғеле төрлөсә бит, шуға һәр береһенең йөрәгенә айырым асҡыс кәрәк, — ти Гөлфиә. — Улдарыбыҙҙы атаһы үҙ өлгөһөндә тәрбиәләһә, Айгүзәл — күберәк минең янда.
Ҡунафиндарҙың барыһы ла хеҙмәт һөйә, һәр бала хужалыҡ эшендә ярҙам итергә тырыша. Хәйер, шунһыҙ булмай ҙа, сөнки Гөлфиә Фазулла ҡыҙы йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнә, шәхси эшҡыуар. Ул үҫтергән ҡыяр март башында уҡ һатыуға сыға, йәй буйы баҡсаһынан бүтән йәшелсә-емеш өҙөлмәй. Төп ярҙамсы көс — балалары.
Илебеҙҙең ныҡлығы бер-береһенә тоғро, мөхәббәтле, татыу һәм ишле ғаиләләргә бәйле. Шуға ла “Һөйөү һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалының районда тәүгеләрҙән булып Ҡунафиндарға бирелеүе осраҡлы түгел.
Әбйәлил районы.


Вернуться назад