Кескәйҙәр урын талап итә27.12.2012
Быйыл кескәйҙәргә балалар баҡсаһында урын етмәү мәғариф өлкәһендә төп проблемаларҙың береһе булды.

Һуңғы мәғлүмәттәргә күҙ һалғанда, республикала 30 меңгә яҡын сабый мәктәпкәсә тәрбиә ойошмаһына сиратта тора. Тыуымдың артыуына бәйле был мәсьәләне яйға һалыуҙы Президент Рөстәм Хәмитов ныҡлы контролгә алды. Төбәк башлығы быйыл республикала 52 балалар баҡсаһы асыу бурысын ҡуйҙы.
Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов әйтеүенсә, үткән быуаттың аҙаҡтарында башҡа ойошмаларға тапшырылып, бөгөнгә ҡәҙәр үҙ тәғәйенләнешендә файҙаланылмаған биналар мәғариф өлкәһенә кире ҡайтарылып бөткән тиерлек. Йорттарҙың ҡайһы берҙәре федераль милеккә ҡарауы сәбәпле генә тотҡарлыҡ тыуған.
Шәхси балалар баҡсаларына ҙур ышаныс бағланғайны, әммә өмөт тулыһынса аҡланманы. Эш әлегә бик әкрен бара.
Әлбиттә, фәҡәт төҙөлөштө арттырыу менән генә мәсьәләне хәл итеп булмаясаҡ. Быйыл асылырға тейешле 52 балалар баҡсаһы ла ихтыяждың бер өлөшөн генә ҡаплаясаҡ, сөнки был учреждениелар бары һигеҙ меңгә яҡын сабыйҙы ҡабул итә ала. Етәкселәр киҫкен мәсьәләне, әйтеп үтелгәндәрҙән тыш, мәктәп, ғаилә төркөмдәрен арттырыу, ата-әсәгә компенсация түләү һәм башҡа юлдар менән бер-ике йыл эсендә йырып сығырға иҫәп тота.


Вернуться назад