Уҡыусыларҙа әсә теленә һөйөү тәрбиәләүҙә милли матбуғаттың өлөшө ҙур. Бөгөнгө ҡайһы бер мәктәптәр был хәҡиҡәтте онотоп бара кеүек. Шул уҡ ваҡытта редакцияларҙың үҙҙәрен "уятып ебәргән" белем усаҡтары ла бар.
Мәҫәлән, ноябрҙә Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе "Журналист һөнәрен алмаштыра" тигән акция ойоштороп, күптәргә өлгө күрһәтте. Йәш быуында башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләү, уларҙың ижади һәләтен үҫтереү, милли баҫмаларға яҙылырға әйҙәү, гәзит уҡыусылар менән журналистар араһындағы бәйләнеште нығытыу, уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү кеүек изге ниәттәрҙә башҡарылған эш ике яҡ өсөн дә һөҙөмтәле булды. Журналистар, йәне теләгән фән буйынса асыҡ дәрес күрһәтеп, үҙен икенсе һөнәрҙә һынап ҡарау бәхетенә эйә булһа, уҡыусыларға милли баҫмаларҙа эшләүселәр менән яҡындан аралашыу мөмкинлеге бирелде.
Ғөмүмән, Әбделмәмбәт мәктәбендә ошондай үҙенсәлекле саралар йыш булып тора. Әлбиттә, был — заманса ҡарашлы, егәрле директор Инсур Үтәбаевтың һәм башланғысты тотоп алырға әҙер тырыш коллективтың ижади хеҙмәте һөҙөмтәһе.
1930 йылда башланғыс уҡыу йорто булараҡ асылған Әбделмәмбәт мәктәбе әле Бөрйән районында иң ҙур белем усаҡтарының береһе һанала. Килдеғол һәм Ҡолғона ауылдарында уның филиалдары эшләй.
— Белем сифаты буйынса ҡаланыҡыларҙан һис ҡалышмаған йәштәр әҙерләргә бурыслыбыҙ, — ти директор Инсур Рәмил улы. — Был йәһәттән уңышҡа өлгәшеүҙең нигеҙе — яңы стандарттарға яуап бирерлек матди база булдырыу һәм мәктәптә электән һаҡланып килгән изге йолаларҙы үҫтереү.
Уҡыусылар араһында төрлө предмет буйынса үткәрелгән конкурстарҙа еңеү яулағандар һуңғы ике йылда айырыуса артҡан. "Бындай ҡаҙанышта рейтинг системаһының да өлөшө ҙур, — тип билдәләй уҡытыусылар. — Ваҡытында күреп, дәртләндереп тороу баланың күңелен үҫтерә".
Белем усағында спортҡа ла ҙур иғтибар бүленә. Физкультура уҡытыусыһы Зиннур Боҫҡонов мәктәпкә заманса һулыш бирҙе, тип билдәләй әбделмәмбәттәр. Һәүәҫкәр рәссам, фотограф, граффити өлкәһендә иркен ижад иткән күп яҡлы талант эйәһе — уҡыу йорто өсөн генә түгел, ауыл өсөн дә ҙур табыш. Тотош халыҡтың спортҡа ылығыуы, заманса технологияны уҡыусыларҙан педагогтарға ҡәҙәр һәр кемдең иркен файҙаланыуы — быға аныҡ дәлил. Мәғариф тармағын яңыртыу программаһы буйынса ун компьютер алғас, локаль селтәрҙе мәктәп үҙ көсө менән булдырған. Балаларға электрон мәғлүмәт стенды аша мәктәп яңылыҡтарын белеп тороу мөмкинлеге бар. Ошо уҡ юл менән фото һәм һүрәт күргәҙмәләре лә ойошторола. Башта матбуғат менән уҡыусы араһындағы бәйләнеш мәсьәләһен ҡуҙғатҡас, мәктәптең "Аҡбейек" исемле гәзите сығыуы тураһында телгә алыу урынлылыр. Күптән түгел үҙ радиоһы, телевидениеһы ла барлыҡҡа килгән.
Бөрйән районы.