Әбйәлилдәр уңған ғына түгел — өлгөр ҙә. "Коллектив менән – "Башҡортостан"ға!" акцияһы иғлан ителеүгә күп тә үтмәне, райондың Ишбулды урта мәктәбе коллективы баҫмабыҙға дәррәү яҙылып та ҡуйҙы. Идеяны күтәреп алыусылар һәм хуплаусылар булғанда тағы ла дәртләнеберәк эшләге килә.
– Һәр кемдең, һәр коллективтың үҙ иткән, яратҡан баҫмаһы бар, ә беҙҙеке – "Башҡортостан" гәзите, – тип һөйләй мәктәп директоры Айбулат Хәйбуллин. – Күп уҡытыусыларҙың ошо баҫманан алынған материалдарҙы дәрестә ҡулланыуын беләм һәм ундай тәжрибәне хуплайым. "Асыҡ дәрес" рубрикаһында донъя күргән фәһемле мәҡәләләр, "Мәғариф һәм тәрбиә", "Тубырсыҡ" исемле йөкмәткеле махсус биттәр ярҙамында үткән дәрестәр – шуға асыҡ миҫал. Улай ғына ла түгел, кластан тыш сараларҙа һәм хатта ата-әсәләр йыйылышында ла киң файҙаланалар уларҙы.
Мөғәллимдәр балаларға өлгөлө тәрбиә һәм тәрән белем биреү маҡсатында ныҡ тырыша. Белем усағында уҡыусыларҙың һау-сәләмәт булып үҫеүенә лә етди иғтибар бирелә. Һуңғы йылдарҙа спорт секцияларының эше бигерәк тә әүҙемләшкән. Үҙен батырмын тип хис иткән егеттәр милли көрәште ҡалдыра буламы? Юҡ, әлбиттә. Киләсәктә был ауылдан да чемпиондар сыҡмаҫ тимә! Физкультура дәресе һәр саҡ тиерлек тышта үтә. Уйлап ҡараһаң, малай һәм ҡыҙҙарҙың ярты көнө бинала уҙа бит.
Айбулат Хәйбуллин белдереүенсә, ошо мәктәпте тамамлаған егеттәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың күбеһе техник юғары уҡыу йорттарына инә. Уларҙың һәр береһе – туған мәктәбенең ғорурлығы.
Тәрбиәсе менән тәрбиәләнеүсе араһында берлек булырға тейеш. Әгәр ул юҡ икән, йәш быуындың киләсәге өмөтһөҙ тигән һүҙ. Шуның өсөн дә педагогтар тәрбиә мәсьәләһен һәр саҡ иғтибар үҙәгендә тота.
Әбйәлил районы.