Белем биреү өлкәһендә ҡулайлаштырыу барған заманда милли кластарҙы арттырған етәксегә "афарин"дан башҡа ни әйтәһең?! Өфөнөң Дим районында урынлашҡан 102-се башҡорт гимназияһы директоры Дамир Әхмәтйәнов тап ошондай ҡаҙанышҡа өлгәште.
— 2012 йыл, ғөмүмән, беҙҙең белем усағы өсөн уңышлы осор булды, — ти Дамир Рәмил улы. — Шуларҙың иң мөһиме — яңы бинаға күстек. Хәҙер беҙҙең гимназияның кабинеттары заманса техникаға эйә, һәр уҡытыусының алдында — компьютер, интерактив таҡта. Бынан тыш, иркен, бай китапханабыҙҙа өҫтәмә шөғөлләнеү өсөн киң мөмкинлек тыуҙырылған.
Уҡыу йортонда 29 класс бар, уларҙа 675 бала белем ала. Һәр яҡлап хәстәрлек тойған уҡыусылар яҡшы өлгәш менән һөйөндөрә, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, олимпиадаларҙа алдынғылыҡты бирмәй. Һәр педагогтың ижади хеҙмәте, заманса үҫешкә ынтылышы — уңыштың төп нигеҙе.
Гимназия юғары уҡыу йорттары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Бындай хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә отошло. Мәҫәлән, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының биология һәм биологик белем биреү кафедраһы менән бәйләнеш һөҙөмтәһендә студенттарға мәктәптә практика үтеү, уҡыусыларға, университетҡа барып, "өлкән" тормошҡа күҙ һалыу, һөнәр һайлау мөмкинлеге асылған.
Ғөмүмән, БДПУ — башҡорт гимназияһының эшмәкәрлегендә ҙур ярҙамсы. Бында уның уҡыусыларҙа мәҙәни толерантлыҡ тәрбиәләү буйынса тәжрибә майҙансығы ла бар. Һөҙөмтәлә йәш быуын, төрлө халыҡтың йолаларын, йыр-бейеү сәнғәтен өйрәнеп, үҙ-ара татыу йәшәү мөһимлегенә төшөнөп буй еткерә. Был йәһәттән "Хазина" башҡорт ансамбленең дә өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Һәр уңыш — етәксенән, тигән һүҙ бар. Дим районындағы 102-се башҡорт гимназияһының ҡаҙаныштары ла директор Дамир Әхмәтйәновтың заманса ҡарашлы, рухлы булыуына бәйле. Тырыш хеҙмәт баһаланмай ҡалмай — Уҡытыусылар көнөндә Дамир Рәмил улы "Башҡортостандың мәғариф отличнигы" тигән исемгә лайыҡ булды.
Өфө ҡалаһы.