БДУ-ның Сибай институты директоры Зиннур Йәрмөхәмәтовты заман менән бергә атлаған, рухлы, тәжрибәле етәксе тип беләбеҙ. Юҡҡамы ни был уҡыу йорто республикала ғына түгел, Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә.
Әле институтта алты факультет, 27 кафедра эшләй. Уҡытыусылар араһында 12 фән докторы, 107 фән кандидаты бар.
Уҡыу йортонда сифатлы белем менән бер рәттән яҡшы тәрбиә лә бирелә. 1999 йылда Ғилми совет ҡарары менән асылған өҫтәмә һөнәрҙәр факультеты был йәһәттән ойоштороусы үҙәк булып тора — уның түңәрәктәрендә 500-ҙән ашыу студент шөғөлләнә.
Институтта халҡыбыҙҙың тарихына, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ҙур һөйөү тәрбиәләнә. Бөйөк шәхестәребеҙгә хөрмәт ишек төбөнән үк күҙгә салына — һәр иртә, йәштәрҙе белемгә әйҙәп, Шәйехзада Бабич, Сибай Шәйәхмәтов, Һәҙиә Дәүләтшина, Рәми Ғарипов кеүек арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең һыны сәләмләһә, бинаның эсендә Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Исмәғил Тасимов, Харис Йосопов, Зәйнулла Рәсүлевтең мөһабәт барельефтары ҡаршылай.
Хәстәрлектең ҡәҙерен белеп, студенттар тырышып уҡый, төрлө олимпиада, конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай. Йәштәргә уҡыуын аспирантурала дауам итеү мөмкинлеге лә бар.
Институтта студенттар өсөн милли матбуғат баҫмалары күпләп алдырыла. Һанап үтелгән уңыштарҙың барыһы ла — Зиннур Ғөбәйҙулла улының көндәлек хәстәрлеге, тырышлығы емештәре. Заманса ҡарашлы, төплө фекерле, ҙур абруйлы етәксенең көньяҡ-көнсығыш төбәк йәштәрен белемгә әйҙәгән Мәккәне төҙөүҙә, үҫтереүҙә өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Сибай ҡалаһы.