Кешегә күп тә кәрәкмәй27.12.2012
Кешегә күп тә кәрәкмәйИр йөрәгенә таяныр, тиҙәр. Көслө заттың батырлығы һәм ҡыйыулығы, тау-таш аҡтарырҙай көсө хаҡында, ғөмүмән, ил хәстәренә бәйле фәһемле мәҡәл-әйтемдәр халҡыбыҙҙа ифрат киң таралған. Шөкөр, абруйлы ир-егеттәребеҙ бихисап, уларға ҡарап, күңел ҡыуаныс кисерә. Философия фәндәре кандидаты, Тибет дауалау һәм ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Азат Фәйзуллин — шуға асыҡ миҫал.

Ата-әсәһенең оло хәстәрлеге һәм дөрөҫ йүнәлеш биреүе арҡаһында йәштән үк аҡылды мөмкин тиклем күберәк алып ҡалырға тырыша Азат. Эйе, башта белем тауҙарын яулай. Нисек кенә ауыр булмаһын, күпме генә көс сарыф ителмәһен, алға барыуын дауам итә үҫмер. Һуң Табын ырыуы егеттәре туҡталып ҡала буламы! Тырышлыҡ бушҡа китмәй, бер нисә юғары уҡыу йортонда белем алыу уға артабан ниәттәрен тулыһынса тормошҡа ашырыу өсөн көслө этәргес була, йүнәлеш бирә. Шуға тормош тәжрибәһен дә өҫтәргә кәрәк, минеңсә. Ә инде йәшәйеш ҡанундарын өйрәнмәй тороп, ундай ҙур эштәргә тотоноу мөмкин дә түгел.
Һуңғы йылдарҙа халыҡты нимә борсоуы барыбыҙға ла мәғлүм. Был турала ныҡлап уйлана эшҡыуар, үткән йылдарға анализ яһай, хәл итеүҙең төрлө юлдарын өйрәнә. Беренсенән, эшһеҙлек ҡырҡыу мәсьәләгә әйләнә барғанда Азат Фәйзулла улы бизнесын киңәйтеп ебәрә, үҙ сиратында күптәр дауалау һәм ғилми-тикшеренеү үҙәгендә бәхетен таба. Әҙәм балаһына күп тә кәрәкмәй: иң мөһиме – эш урыны булһын, хеҙмәт өсөн аҡса тейешенсә түләнһен. Минераль һыу ҡойоу заводына нигеҙ һалып, бына нисәмә йыл инде меңәрләгән кешене шифалы һыу менән тәьмин итеүе оло баһаға лайыҡ.
Икенсенән, Азат Фәйзуллинға яҡташтары ғына түгел, күптәр сикһеҙ рәхмәтле. Мәҫәлән, ул тыуған ауылы Сәйетбаба икенсе һулышын кисерһен өсөн тырышлыҡ һала. Бынан тыш, Табындағы оло йәштәгеләр һәм балалар йорттарын төҙөкләндереүгә лә ҙур өлөш индерә хәстәрлекле етәксе. Өҫтәүенә, мәктәптәргә, мәсеттәргә ремонт үткәреүҙе лә үҙенең төп бурысы тип һанай. "Сулпылар" һәм "Тай-тулаҡ" телетапшырыуҙарына, "Гәлсәр һандуғас" телеконкурсына, "ҡыҙыу нөктә"ләрҙә ил именлеген һаҡлаған яҡташ егеттәребеҙгә лә ярҙам күрһәтә.


Вернуться назад