"Башҡорт бройлеры" баҙарға сығасаҡ27.12.2012
Башҡортостанда ҡошсолоҡ тармағы тотороҡло үҫешә. Фабрика, инкубаторҙарҙан тыш ҙур комплекстарҙың төҙөлөүе шуға миҫал булып тора. Һуңғыһы рәтенә 2014 йылда файҙаланыуға тапшырыласаҡ "Башҡорт бройлеры" комплексы ла инә.
Төҙөлөштөң тәүге этабы былтыр уҡ тамамланғайны. Беренсе сираттағы проекттың хаҡы 914,5 миллион һум тәшкил итә. Яңы сыҡҡан себештәр, ҡатнаш аҙыҡ һатып алыу, ветеринар ярҙамы һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн 196,8 миллион һум бүленгән. Төҙөлөштә 2010 йылда уҡ 24 миллион һумлыҡ эш башҡарылғайны.
Проектты "Башҡорт бройлеры" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте үҙ иҫәбенә һәм банктан аҡса йәлеп итеп финанслай. Дөйөм алғанда, хаҡы 8,2 миллиард һум буласаҡ. Объект сафҡа ингәндән һуң 90 миллион дана бройлер йомортҡаһы, 90 мең тонна ит етештереләсәк.
Комплекстың үҙенсәлеге шунда: унда илдә генә түгел, донъяла һирәк осраған заманса ҡорамалдар ҡуйыласаҡ. Тағы ла бер яғын билдәләргә кәрәктер: төҙөлөш эштәре ҡола яланда бара — киләсәктә уға төрлө яҡлап юл һуҙыласаҡ, башҡа мөмкинлектәр асыласаҡ.


Вернуться назад