Яңы йыл алдынан Өфөлә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Махсус тәғәйенләнешле мобиль отрядында хеҙмәт итеүселәр өсөн 15 ҡатлы дөйөм ятаҡ файҙаланыуға тапшырылды.
Йортто асыу тантанаһында Башҡортостан буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-майоры Михаил Закомалдин, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Махсус тәғәйенләнешле һәм авиация подразделениелары идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Андрей Тарасов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм башҡа рәсми ҡунаҡтар, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Владивосток урамындағы бинаға 2011 йылда нигеҙ һалынған, уны төҙөү өсөн федераль ҡаҙнанан – 134 миллион һум, республика ҡаҙнаһынан 32 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Дөйөм майҙаны 5425,3 метр квадрат тәшкил иткән йортта 29 – бер, 30 – ике, 15 өс бүлмәле фатир урынлашҡан. Заманса торлаҡта психологик ярҙам бүлмәһе, медпункт, балалар клубы, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү урындары буласаҡ.
Михаил Закомалдин, тантананы асып, төҙөлөш компанияһының йортто ваҡытынан алда төҙөп бөтөүен, республика һәм ҡала властарының ярҙамы ҙур булыуын билдәләп үтте.
– Фатирҙар иркен, яҡты, йылы, барлыҡ талаптарға яуап бирә. Бәхетле көндө полиция хеҙмәткәрҙәре түҙемһеҙлек менән көттө. Әммә бының менән туҡталмаясаҡбыҙ, – тип белдерҙе ул.
Журналистарҙың да яңы йорт менән танышыу мөмкинлеге булды: ысынлап та, исеме генә “дөйөм ятаҡ”, сөнки бүлмәләр иркен, фатир тибында төҙөлгән. Аш-һыу һәм йыуыныу бүлмәләре тулыһынса йыһазландырылған – бөгөндән тормош көтә башлау өсөн бөтәһе лә әҙер.