Бер туған Эрол, Өзәр бейҙәрҙе, Арзу, Ниһаль ханымдарҙы ҡан-ҡәрҙәш тип атауыбыҙ һис юҡҡа түгел: улар аталары тыуып үҫкән Башҡортостан ерен, Әхмәт Мәхмәт улы (Мөхәмәт йәки Мәхмүт булыуы бик ихтимал) тигән уҙамандың эҙҙәре ҡалған, нәҫел-нәсәбе ғүмер иткән башҡорт ерен үҙ күҙҙәре менән күреп танышыу теләге менән республикабыҙға ҡанатланып, аҡ өмөттәр менән аяҡ баҫҡан. "Аталары ни өсөн Ураллы фамилияһын йөрөткән һуң?" тигән һорауға Өзәр бей бына нимә тип яуапланы:
— Атайымдың һөйләгәндәрен, иҫтәлектәрен яҙып бармағаныма бик үкенәм. Ғүмер буйы тыуған ерен, Башҡортостанын һағынып, юҡһынып йәшәне. Кем уйлаған инде, хаҡлы ялға сыҡҡас, атайҙың тыуған төйәге беҙҙе шундай ҙур көс менән үҙенә тартыр тип. Уның йәш сағында Әхмәтзәки Вәлиди Туған менән аралашҡанын, хатта ғәскәренә ҡушылып киткәнен ишетеп беләбеҙ.
Заманына күрә белемле, отҡор, сәмле кеше булғандыр, күрәһең, сөнки уны таможня хеҙмәтенә лә ҡуш ҡуллап эшкә саҡырғандар (әйтеүҙәренсә, Октябрь инҡилабы башланған көндәрҙә ул Мәскәүҙә университетта белем алған). Төркиәнең Ыгдыр ҡалаһында йәшәгәндә өйләнә, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатыны бала тапҡанда вафат була. Икенсе хәләл ефете — Зөһрә исемле азербайжан ҡыҙы менән алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
— Ҡайҙа ғына булманыҡ, ҡайҙа ғына беҙҙе ҡолас йәйеп ҡаршыламанылар! Милли һәм этнография музейҙары менән танышыу, Ҡырмыҫҡалы районында үткән һабантуйҙа республика Президенты менән осрашыу, Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһендә булыу, Өфө мэры менән бергәләп сәй эсеү, танылған “Янғантау”, “Йоматау” шифаханаларын күреү, “Башҡортостан” гәзите редакцияһында журналистар менән осрашыу оҙаҡ йылдарға етерлек матур тәьҫораттар ҡалдырҙы, — ти Ниһаль ханым.
Төркиә ҡунаҡтары бер килгәндә архивтарҙа булып, ата-бабалары хаҡында ҡош телендәй генә булһа ла хәбәр табырына өмөтләнә. Гәзит уҡыусыларҙың ярҙамына таянып та, бәлки, тарих төпкөлөндә ҡалған ваҡиғаларға асыҡлыҡ индереүе, 1896 йылда тыуған, 1917 йылда Мәскәүҙә студент булған Әхмәт Мәхмәт (Мәхмүт йәки Мөхәмәт булыуы ла ихтимал) улының нәҫел тамырҙарын табыуы мөмкин булыр? Яҡташыбыҙҙың әсәһенең исеме — Мәмдүһә (бәлки, Мәмдүҙә йәки Мәмдүхә). Алыҫ юлды яҡын итеп, ата-бабаларының изге төйәге менән танышырға, һағыштарын таратырға килгән Ураллыларҙың яҡты өмөттәре аҡланһа ине.