Үҙебеҙҙең аквапаркка йөрөрбөҙ әле27.12.2012
Үҙебеҙҙең аквапаркка йөрөрбөҙ әлеЯңы йылдың иң беренсе төҙөлөшө, әлегеһенең "аҡһаҡалы" — аквапарк.

Киләһе йылдың 14 февралендә, Ғашиҡтар көнөндә, уның төп аттракциондары ишектәрен асасаҡ. Эйе, һүҙ ҙә юҡ, Өфө, республика халҡы комплекста элегерәк ял итергә тейеш ине, ләкин донъя иҡтисади көрсөгө кеҫәгә һуҡты — 2008 йылда төҙөлөш туҡталып торҙо. Ниһайәт, өс йыл "туңып" торғандан һуң, "РосЕвроДевелопмент" компанияһы ҡайтанан эш башланы.
Аквапарктың дөйөм майҙаны 13 мең квадрат метр буласаҡ. Алда телгә алған инвесторҙың белгестәре әйтеүенсә, көн һайын 1500 кешене ҡабул итерлек һәм уларға ял ойошторорлоҡ мөмкинлек булдырыу мөһим. Йылына 500 мең тигән һүҙ! Әйткәндәй, әле аквапаркта ял итергә теләүселәр Ҡазанға юллана. Оҙаҡламай Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙан һаналған заманса аквапарк Өфөлә лә төрлө яҡтан ҡунаҡтар ҡаршылаясаҡ. Тимәк, республика ҡаҙнаһына өҫтәмә табыш инәсәк.
Комплекста бөтәһе 30 һыу аттракционы, төрлө ҙурлыҡтағы һәм маҡсаттағы һигеҙ бассейн, балаларҙың ялын ойоштороу, бәләкәстәрҙе ял иттереү өсөн махсус майҙансыҡ урынлашасаҡ. Шулай уҡ комплекста "О'кей" гипермаркеты, "Media Markеt" көнкүреш техникаһы гипермаркеты, хужалыҡ, спорт, балалар тауарҙары магазиндары, 200-ҙән ашыу билдәле фирма тауарҙарын һатыусы магазиндар селтәре буласаҡ. Ресторан һәм кино комплекстары ла эшләйәсәк, 3600 машиналыҡ туҡталҡа ҡаралған.
Иң мөһиме — төрлө ҡатлам кешеләренең ялын ойоштороу өсөн бар мөмкинлектәр асыласаҡ. Юҡҡа ғына бындай төҙөлөштәрҙе "миллионерҙарға түгел, ә миллиондар өсөн" тип атамайҙар.


Вернуться назад