Кәртәләр хәүефле түгел27.12.2012
Кәртәләр хәүефле түгелДәүләкән районының Ҡаҙырғол ауылы фермеры Илфат Муллагилдин — аяғында ныҡлы баҫып торған хужалыҡ етәкселәренең береһе.

– Яҙмышымды ауыл хужалығынан башҡа күҙ алдына килтерә алмайым, тыуған төйәгем барлыҡ башланғыстарыма көс-дәрт бирә, – ти Илфат Билал улы.
Ул мәктәпте тамамлағас та "Өршәк" колхозында комсомол ойошмаһы секретары булып эш башлай. 1986 – 1988 йылдарҙа ил алдындағы хәрби бурысын үтәй. Армиянан ҡайтҡас, ауылда бухгалтер булып эшләгән Нәсимә менән матур итеп донъя ҡора. Етәкселәр егетте ҡуш ҡуллап ҡабаттан эшкә саҡыра. Ул бригадир, ферма мөдире вазифаларын башҡара. Колхоз эшен биш бармағындай белгәс, һәр ерҙә үҙен егәрле, тырыш хеҙмәткәр итеп күрһәтә, ауырлыҡтар алдында баш эймәй. Юғары белемгә эйә булыу маҡсатында ситтән тороп Башҡортостандың ауыл хужалығы институтына уҡырға инә, 1996 йылда уны уңышлы тамамлай.
– Колхоздар тарҡалып, бүлгеләнә башлағас, ауылды тотоп торған, халыҡты эш менән тәьмин иткән фермалар, ҡеүәтле техника, меңләгән гектар ер хужаһыҙ ҡалды. Ауылым етемһерәп ҡалғандай булды, – ти фермер.
Илфат 2002 йылда үҙ эшен асып, крәҫтиән хужалығын ойоштора. Бөгөн уның 600 гектар һөрөнтө ере бар, шуның 226 гектары – көтөүлек. Ҡасан ғына ихатаһында иҫке тракторынан, атынан башҡа "техникаһы" булмаған фермерҙың бөгөнгө көндә бер нисә комбайны, өс тракторы бар.
Хужалыҡта 120 баш һыйыр малы аҫрала. Көтөү йыл һайын яңы таналар менән яңыртып тора. Мал ҡышлатыуға ныҡлы әҙерләнгәндәр, аҙыҡ өҙөлмәгәс, һөт етештереү ҙә арта.
– Күптәр ауылда йәшәүе еңел тип уйлай. Был, әлбиттә, шулай кеүек, әммә барыбер тырышлыҡ кәрәк, ялҡау кеше бында көн итә алмай ул. Ауылдаштарымдың уңғанлығына һоҡланам – һәр береһе матур итеп донъя көтә. Әле хатта өсәр-дүртәр баш һыйыр малы тотҡандар бар, – ти Илфат.
Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр – Илфаттың да хеҙмәте һөҙөмтәле. Уның хужалығын яңыраҡ "2012 – 2014 йылдарҙа ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү" программаһына индергәндәр. Тиҙҙән 100 баш малға иҫәпләнгән заманса һөтсөлөк фермаһын төҙөй башлаясаҡтар.
Дәүләкән районы.


Вернуться назад