Татыулыҡҡа тау ҙа ҡыҙыҡҡан10.12.2011
Татыулыҡҡа тау ҙа ҡыҙыҡҡан– Минең улым тыуҙы-ы-ы!
Донъяға сабыйы тыуған йәш атай ҡыуанысынан ни эшләрен белмәй.
Бәхетлене ҡотларға, шатлығын уртаҡлашырға туған-тыумасаһы, күрше-тирәләре, дуҫ-иштәре килеп етә, матур-матур теләктәр яуҙыра.
– Батыр бул!
– Тәүфиҡ ташламаһын!
– Хоҙай күңел киңлеге бирһен!
– Дуҫлыҡтың, туғанлыҡтың ҡәҙерен белеп үҫ!
Ана шулай сабый тыуыу йолаһы менән башлап ебәрҙе Өфө районының “Йәшмәләр” башҡорт фольклор ансамбле республикабыҙ халыҡтарының Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған гала-концертын. Был тиккә түгел ине. Бишектән күңеленә күркәм өгөт-нәсихәттәр һеңдереп, һоҡланырлыҡ өлгө күреп үҫкән сабый ғына тормоштоң ҡәҙерен белеп, уның именлеген һаҡлап йәшәү һәләтенә эйә. Ә татыулыҡ менән бәрәкәт, бәхет йәнәш йөрөй: йырлап-бейеп күңел асыу, талантың менән бүтәндәрҙең кәйефен күтәреү өсөн дә форсат тыуа.
“Нефтсе” мәҙәниәт һарайында үткән тамашала төрлө милләт вәкилдәре үҙенең “мул һыйы” менән уртаҡлашты.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина Премьер-министр Азамат Илембәтовтың ҡотлауын еткергәс, сәхнәгә халыҡ таланттары эркелде. Краснокама мариҙарының “Яндар памаш”, Благовар немецтарының “Фольксланг” фольклор ансамблдәренең, Саҡмағош татарҙарының “Аҫылйәр” ансамбленең сығыштарына барыһы ла ах итте. Кушнаренко тальянсыларынан һирпелгән танһыҡ моңдар ҙа халыҡтың күңеленә һары май булып яғылды. Дәүләкәндәр йәһүд моңдары менән йәнде арбаны. Йәнә лә кемдәр генә оло сәхнәлә үҙҙәренең маһирлығын күрһәтмәне: Дыуандан – мордвалар, Яңауылдан – удмурттар, Архангелдан – латыштар, Иглиндан – белорустар... Учалылар, баймаҡтар осҡон сәсрәтеп бейеүҙәре, ғафуриҙар ҡурай моңо менән тамашасыларҙың күңелен имләне.
Балаларҙың да талантына һоҡланмау мөмкин түгел ине. Нефтекаманан килгән “Виктория” өлгөлө эстрада-спорт ансамбле сығыш яһағанда залдағылар ҡымшанырға ла баҙнат итмәне. Балтастан “Зөлфиә” ансамбле бейеүселәре лә өҙә баҫыуҙары, туң күңелдәрҙе иретерлек һөйкөмлө ҡараштары менән барыһының һөйөүенә сорналды.
Аҡландағы сағыу сәскәләрҙе хәтерләткән төрлө милләт вәкилдәре бер сәхнәлә байрам итте, дуҫлыҡҡа дан йырланы.
Венер ИСХАҠОВ


Вернуться назад