Күгәрсендәрҙең ҡанаттары талмаһын27.12.2012
РФ Президентының 2008 йылдың 28 апрелендәге 607-се Указына ярашлы, йыл һайын урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең йоғонтололоғо мониторингы үткәрелә. Ошо йүнәлештә Күгәрсен районының ниндәй һөҙөмтәгә өлгәшеүенә күҙ һалайыҡ.
Уҙып барған йылда төрлө категориялағы ойошмалар тарафынан 1564 миллион һумлыҡ тулайым продукция етештерелгән, шуның 27 проценты ауыл хужалығы предприятиелары өлөшөнә тура килә. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының да өлөшө ярайһы уҡ тос — 6 процент.
Быйыл, ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, районда иген етештереү үткән йыл кимәленә ҡарата 58 процент тәшкил итә, әммә киләһе йылға, әгәр һауа шарттары тағы ла игенсене йырып сыға алмаҫлыҡ ауырлыҡтар алдына килтереп ҡуймаһа, өмөт ҙур: 13700 гектар майҙанда ужым сәселгән, 16000 гектар туңға һөрөлгән һәм парға ҡалдырылған.
Бөтә категория хужалыҡтарында мал һаны былтырғы кимәлгә ҡарата 105,6 процент тәшкил итә. Һарыҡ, сусҡа, ҡош-ҡорт иҫәбе лә 2011 йыл күрһәткестәренән юғары. Ит, һөт етештереү артҡан. Ҡоролоҡ булһа ла, мал аҙығы етерлек әҙерләнгән.
Ауыл хужалығын үҫтереү буйынса федераль һәм республика программалары уңышлы бойомға ашырыла. Бынан тыш, хужалыҡта ҡиммәтле тиреле йәнлектәр аҫрау эшенә нигеҙ һалынған.
Ғинуар-сентябрь айҙарында иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтереүгә төрлө милек формаһындағы ойошмалар тарафынан төп капиталға 1479 миллион һум йүнәлтелгән. Йән башына 47642 һум инвестиция тура килә — был уртаса республика кимәленән 30 процентҡа юғарыраҡ, һәм тап ошо күрһәткес буйынса күгәрсендәр төбәктә өсөнсө урында тора. Әле районда һигеҙ инвестиция проекты тормошҡа ашырыла.
Инвестиция йәлеп итеү потенциалын үҫтереү йәһәтенән районда эш ырамлы бара. Йомағужа, Мәҡсүт, Исем, Волостновка ауыл биләмәләре хакимиәттәрендә ауылдарҙың генераль планын эшләүгә әҙерлек башҡарылды. 2013 йылда тағы ла алты ауылда шундай уҡ саралар үтәсәк.
Ун бер айҙа 12790 квадрат метр майҙанда шәхси йорт сафҡа индерелгән. Социаль торлаҡ төҙөү эше йылдам бара. Мәҫәлән, Мораҡта етем балалар өсөн һигеҙ фатир төҙөлгән. Шулай уҡ граждандарға 46 ер участкаһы бүленгән.
Район үҙәгендә 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы, Түбәнге Һаҙҙа һәм Семиречье утарында фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө. Хоҙайбирҙин ауылында балалар баҡсаһына капиталь ремонт яһалды, Һатлыҡта һәм Яңы Хвалында газ үткәргес һалынды. Хоҙайбирҙин, Исем мәктәптәренә капиталь ремонт башланды, Сәйетҡолға юл түшәлә, Йомағужала йәш инвалидтар өсөн реабилитация үҙәге, Мәҡсүттә һыу үткәргес төҙөлә, Ибраһимда газ торбалары һуҙыла.
Районда 801 бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты бар. Йыл йомғаҡтары буйынса “Элитстрой” асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Валерий Павлов республиканың “Йыл эшҡыуары-2012” конкурсының “Төҙөлөш өлкәһендә иң яҡшыһы” номинацияһында еңеүсе тип танылды.
Күгәрсен районы.


Вернуться назад