Йәшәү өсөн уңайлы27.12.2012
“Йыл ҡалаһы” тип баш ҡалабыҙҙы билдәләү бер кемде лә аптыратмаҫ, моғайын. Әлбиттә, ҡупшы Өфөбөҙҙөң республика ҡалалары араһында һәр саҡ алдынғылар рәтендә булыуы бәхәсһеҙ. Әммә уның быйылғы уңыштары айырыуса тос.
Иң тәүҙә Өфөнөң бик йылдам үҫеүе, уның күркәмлеге һәм һылыулығы тураһындағы уй килә башҡа. Тик был юлы беҙ уны инвесторҙар өсөн күркәмлеге йәһәтенән телгә алырға ниәт иттек. Ысынлап та, һуңғы арала ҡала иҡтисадына күпләп инвестициялар һалына, бында бизнес башларға теләүселәр артҡандан-арта.
Өфө, ғөмүмән, инвесторҙар өсөн бик ылыҡтырғыс ҡала. Мәҫәлән, майҙа “Forbes” журналының “Рәсәйҙең бизнес өсөн иң яҡшы ҡалалары” рейтингында Өфөгә 63 ҡала араһында икенсе урынды бирҙеләр. Ул Сочиҙан ғына ҡалышты. Әйткәндәй, ошо уҡ рейтингта 2010 йылда ҡалабыҙ 19-сы урында ғына ине. “Рәсәйҙең ҙур 100 ҡалаһының интеграль рейтингы”нда Өфөбөҙ, Краснодарҙан, ҡалышып, шулай уҡ икенсе урынды яуланы. Бындай баһа ҡала халҡының юғары тормош кимәленә һәм йәшәү мөхитенең сифатына ҡарап бирелгән.
Быйыл Өфө, ғөмүмән, икенсе урындан уңды. Бәләкәй һәм урта бизнес өсөн уңайлы булған миллионлы ҡалалар араһында ла ул икенсе баҫҡысты биләй. Был рейтингты “Рәсәй терәге” йәмәғәт ойошмаһы төҙөгән.
Тағы ла бер рейтинг агентлығы үткәргән һорау алыу буйынса баш ҡалабыҙ халҡының 85 проценты тап ошонда йәшәүенән ҡәнәғәт. Был күрһәткес буйынса Өфө – илдең егерме эре ҡалаһы араһында (Мәскәү менән Санкт-Петербург иҫәпләнмәгән) өсөнсө урында. Тимәк, инвесторҙар ғына үҙ итмәй беҙҙе, халыҡ та рәхәтләнеп йәшәй.
Быйыл баш ҡала Советында 2012 — 2014 йылдарға үҫеш программаһы ҡабул ителде, ул бик етди үҙгәрештәрҙе күҙ уңында тота. Яңы спорт ҡоролмалары, сауҙа үҙәктәре, ял итеү урындары, һәйкәлдәр, аквапарк, ер өҫтөнән үтеүсе тимер юл, көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны төҙөү хаҡында һүҙ бара. Был киләсәктә Өфөлә донъя кимәлендәге сараларҙы ойоштороу мөмкинлеген арттырасаҡ.
Әйткәндәй, халыҡ-ара кимәлдәге ваҡиғалар беҙҙә ифрат күбәйеп китте. Йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионатынан һуң яңы йылда Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындары ойоштороласаҡ, был сараға әүҙем әҙерлек бара.
Әле баш ҡалабыҙ алдында тағы ла ҙурыраҡ һынау тора: 2015 йылда донъя кимәлендәге сәйәси форумдар — ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттары — үтәсәк. Ошоғаса ундай мөһим сараларҙың Башҡортостанда булғаны юҡ әле, шуға күрә әҙерлек бик етди. Өфө сираттағы тапҡыр төҙөлөш майҙанына әйләнде.
Ә һеҙ әле ҡаланың Яңы йылға нисек әҙерләнгәнен күрҙегеҙме? Һоҡланғыс матурлыҡ бит тирә-яҡта! Әйтерһең, Өфө әкиәти донъяға сумған. Урамдарҙы йәмләп, төҫлө яҡтыртҡыстар эленгән, бағаналарҙы янып торған флагтар, гербтар биҙәй. Иҫ китмәле матурлыҡ! Быларҙың барыһы ла өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн эшләнә. Эйе, Өфөбөҙ бер ҡасан да урынында тормай, һәр саҡ киләсәккә ҡарап йәшәй һәм алға бара.