Ҡаҙна аҡсаһы әрәм-шәрәм ителмәйме? Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл төҙөлөшө, балалар йорттары, етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләре яйға һалынамы, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының, шифахана-курорттарҙың эшмәкәрлеге нисек? Ошо һорауҙарға аныҡ яуап алыу өсөн быйыл республиканың Контроль-иҫәп палатаһы етмешкә яҡын тикшереү үткәргән һәм шаҡтай етешһеҙлектәрҙе асыҡлаған.
Ойошманың 2012 йылғы эш һөҙөмтәләренә арналған ултырышында һүҙ шул хаҡта барҙы. Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Салауат Харасов үҙ сығышында шулай уҡ матбуғат баҫмалары, радио һәм телевидение хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеген юғары баһаланы, дәүләт сәйәсәтенең айышын халыҡҡа еткереүҙә уларҙың әһәмиәтен билдәләне һәм ҡайһы бер коллективтарға бүләктәр тапшырҙы.
Контроль-иҫәп палатаһы эшмәкәрлеген ваҡытында яҡтыртҡаны, мәғлүмәти ярҙам күрһәткәне һәм һөнәри оҫталығы өсөн “Башҡортостан” гәзите редакцияһы ла Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Ултырышта шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев, Башҡортостан Прокуроры урынбаҫары Гөлнара Бикбулатова ҡатнашты.