Онотмайыҡ тарихты27.12.2012
Матур йола буйынса, хәҙер илебеҙҙә лә һәр йыл ниндәй ҙә булһа исем аҫтында үтә. 2012 йылды ул саҡтағы Президент Дмитрий Медведев Рәсәй тарихы йылы тип иғлан иткәйне.

Һис шикһеҙ, был ҡарар бик урынлы һәм ваҡытлы булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн беҙҙә илһөйәрлек хисе кәмегәндән-кәмей, үҫеп килеүсе быуынға ошо йүнәлештә тәрбиә бирелмәй тиерлек, күптәр тарихыбыҙҙы белеп етмәй. Йәштәр араһында ҡыҙыҡһыныусылар тағы ла һирәгерәк. Хатта XX быуат башында булған ваҡиғаларҙы ла яҡшылап белмәйбеҙ бит. Үҙебеҙҙең тарихты өйрәнергә, һығымталар яһарға һәм һабаҡ алырға тейешбеҙ.
1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә быйыл 200 йыл тулды. Башҡортостандың был яуҙағы еңеүгә индергән өлөшө ҙур — унда башҡорт халҡы 28 полк ебәргән. Ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын Рәсәй генә түгел, француздар ҙа таныған. Әммә шуныһы ҡыҙғаныс: яуҙа ҡатнашҡан күптәрҙең исемдәрен дә белмәйбеҙ. Республиканың “Төньяҡ амурҙары” хәрби-тарихи реконструкция клубы ағзалары йылдағыса Бородино яланына барып, унда башҡорт яугирҙәрен лайыҡлы күрһәтеп ҡайтты. Ул ғына түгел, тарихи урында ҡаһарман ата-бабаларыбыҙ рухына арнап иҫтәлекле һәйкәл ҡуйыуға өлгәштеләр.
Исемле йылда ғалимдар алдында эҙләнеү, хәтирәләрҙе табыу һәм халыҡҡа еткереү бурысы ҡуйылғайны. Был йәһәттән тарихсылар әүҙем эшләне. Шулай уҡ һәйкәлдәр асыу, төрлө тарихи китаптар сығарыу ҙа — бик кәрәкле ғәмәл, уны ла мөмкин булғанса атҡарҙыҡ.


Вернуться назад