Бер эштән дә ҡурҡмаған26.12.2012
Бер эштән дә ҡурҡмағанӨләсәйебеҙ Фәриха Сәлих ҡыҙы Федоровка районының Юлдаш ауылында тыуған. Атаһы Сәлих Фәзлиәхмәт улы һуғышҡа киткәндә уға 4 йәш булған. “Атайым аҡ быйма, оҙон бәлтә кейгәйне, уны ауыл осондағы быуаға тиклем оҙота барҙыҡ. Мине ҡосаҡлап: ”Әсәйеңә ярҙам ит, һылыуың Рафиғаны ҡараш”, – тип әйткәне әле булһа ла ҡолағымда сыңлай”, – тип илап та ала өләсәй.
Һуғыш, аслыҡ-яланғаслыҡ уның үҙәгенә үткән, шулай ҙа атаһының аманатына тоғро ҡалған – берҙән-бер һылыуын, 1941 йылда тыуған Рафиға инәйебеҙҙе, тормоштоң ел-дауылынан, аслыҡтан ҡурсалаған. Атаһы шул китеүҙән ҡайтмаған, 1943 йылда “ҡара ҡағыҙ”ын алғандар.
Әсәләре Нафиға ике ҡыҙын аяҡҡа баҫтырыр өсөн көн-төн колхозда тир түккән. Өләсәйем дә эштән ҡурҡып тормаған – 12 йәшендә Федоровка ауылында тас менән ҡырсын ташып, юл һалышҡан, һарыҡ ҡараған, 1957 йылда әсәһенең тыуған ауылы Таймаҫҡа күсеп килгән.
Апрелдә Сәмерхан атлы егет менән танышып, ғаилә ҡорғандар. Тәүҙәрәк һарыҡ ҡараған, һуңынан һыуынсы булып эшкә сыҡҡан.
Һөйөклөбөҙ алты балаға ғүмер биргән, бөгөн бишәүһе иҫән, егерме ейән-ейәнсәре, дүрт бүләһе бар. Ҡәҙерлебеҙгә быйыл 75 йәш тулды. Ҡартайҙым инде, тимәй, ҡош-ҡорт аҫрай, ике һыйыр тота. Олатайыбыҙ менән 54 йыл татыулыҡта йәшәп, балаларына һәм ейән-ейәнсәрҙәренә тормоштоң ауырлыҡтарына баш эймәҫкә өйрәттеләр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр олатайыбыҙ арабыҙҙан китеп барҙы. Өләсәй яңғыҙ булмаһын тип, көн дә эргәһенән китмәйбеҙ. Ул беҙгә тормош һабағы булырҙай төрлө хәлдәр тураһында һөйләй, бәйләргә өйрәтә. Йыш ҡына тырыш хеҙмәте өсөн алған егермеләгән наградаһын ҡарарға яратабыҙ.
Дилә менән Гәүһәр ЗӘЙНУЛЛИНАЛАР,
Рәшит Солтангәрәев исемендәге гимназия уҡыусылары.
Көйөргәҙе районы,
Таймаҫ ауылы.


Вернуться назад