Зәңгәр күлдәгеңде кейәһең дә
Зәңгәр болондарҙы гиҙәһең.
Талғын ғына йырға еп һуҙыусы – минең өләсәйем Зөһрә Ҡолдобаева. Йәмле тәбиғәте йырҙарҙа йырланған, матурлығы бар донъя хайран иткән Бөрйән районының Тимер ауылында йәшәй ул. Ауыл эргәһенән аҡҡан Ағиҙел йылғаһы ла, йырға ҡушылып, өләсәйемдең тормош юлын бәйән итә кеүек. 1931 йылда ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға килгән ул. Бала сағы, ауыр һуғыш йылдары тураһында өләсәйем иҫкә алырға ла, һөйләргә лә яратмай. "Ил ни күрһә, беҙ ҙә шуны күрҙек", - тип кенә ҡуя.
Репрессия ҡорбаны булған атаһы өсөн кәмһетелеүҙәр өләсәйемдеӊ күӊелендә онотолмаҫ яра булып ҡалған. Аслыҡ-яланғаслыҡты, ауыр эште ололар уйын-көлкө, йыр менән еӊеләйткән. Өләсәйем йырлаған оҙон көйҙәрҙе мин дә яратып тыӊлайым һәм сәхнәлә башҡарам.
Ҡәҙерлебеҙҙең наҙлы ҡулдары бик оҫта. Бәләкәй сағынан сигергә, бәйләргә ярата. Өйөнә инһәң, ҡул эштәре күҙҙең яуын алып тора. Үҙенең оҫталығы менән танылған өләсәйем хатта әҙибә Кәтибә Кинйәбулатоваға ла шәл бәйләп биргән. Яҡын дуҫтары бүләк иткән мамыҡтан шәл бәйләтергә булғас, уға өләсәйемде маҡтағандар. Шағирә шәлде бик яратып, рәхмәттәр уҡып ябынған.
Ҡулыма әҙәби әҫәр алған һайын өләсәйемдең теләге иҫкә төшә. Үҙенең ете балаһына “Ағиҙел” журналын, Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр”, “Оло Эйек буйында”, “Емеш” әҫәрҙәрен ҡысҡырып уҡып, китапҡа һөйөү тәрбиәләгән, геройҙарҙың уй-кисерештәрен еткергән өләсәйем мине лә тыңлап торған һымаҡ. “Уҡыған кеше бер ҡасан да хур булмай, яҡшыларынан өлгө ал, ямандарынан фәһем ал”, – тип өйрәтә ул.
Өләсәйем янына йыш бара алмайым. Каникул ваҡытында йә байрамдарҙа барһаҡ, тәмле икмәгенән барыбыҙ ҙа яратып ауыҙ итәбеҙ. Әҙ генә ваҡытта ла өләсәйем миңә сер һандығын сисеп өлгөрә. Яҡын тирәлә үҫкән барлыҡ шифалы үләндәрҙе белә ул. Нисек танырға, ниндәй осраҡта файҙаланырға, ҡайһылай итеп һаҡларға өйрәтә. Хәҙер мин дә күп дарыу үләнен таныйым һәм ауырығанда шулар менән дауаланам.
Зирәк аҡыллы өләсәйем бала сағында өләсәһенән отоп алған аяттарҙы уҡый, ауылдағы яңы асылған иман йортона йөрөй. Тормоштағы төрлө хәл-ваҡиғаға ҡарата “Ҡөрьән” китабынан миҫалдар килтерә, яуап табырға ярҙам итә. Миңә лә ашағандан һуң, берәй эш башлар алдынан уҡыла торған доғаларҙы өйрәтте.
Өләсәйемдең 21 ейән-ейәнсәре, туғыҙ бүлә-бүләсәре бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, олатайым арабыҙҙа юҡ инде. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең һәр ҡыуанысын, ауырлыҡтарын үҙ йөрәгенән үткәргән өләсәйем бирешмәй йәшәй. Емеш-еләк, йәшелсә үҫтерә. Баҡсаһында өлгөргән тәүге еләктәрҙән ауыҙ итергә һәр беребеҙ ашҡынып тора. Күҙ нурын түгеп бәйләгән мамыҡ шәле әсәйемдең иңдәрен йылытһа, миңә бәйләгән ойоҡбаш һәм бейәләйҙәре күңелемде лә йылыта.
Ер йөҙөндә “балам” тип өҙөлөп торған өләсәйҙәр бик күп, улар араһында минең дә өләсәйем бар. Гел шулай шат, көләс йөҙлө булып ҡал. Усағыңда ут һүндермәй, беҙҙе көт.
Нурзилә МОРТАЕВА,
Мулдаҡай мәктәбенең VII класс уҡыусыһы.
Учалы районы.