Эпидемия сәбәбе билдәһеҙ10.12.2011
Нальчик ҡалаһында киҫкен ашҡаҙан һәм эсәк ауырыуҙары менән дауаханаға мөрәжәғәт итеүселәр һаны арта. Әлеге ваҡытта дауалау учреждениеһында 130 кеше ята, шуларҙың дүртәүһе – реанимацияла.
Санитария буйынса табиптар ауырыуҙың сәбәбен асыҡлай. Әлегә эсәр һыу сифаты тикшерелгән, уның кеше һаулығы өсөн зарары юҡ тип билдәләгәндәр.