Ҡарағыҙ әле: донъя ниндәй матур! Ер ап-аҡ мамыҡ шәлгә төрөнгәнме ни! Ҡояш һаран ғына йылыта, ҡар бөртөктәре күҙҙе сағылдырып емелдәй. Беҙ иһә өләсәйем менән тәҙрә аша ошо илаһи матурлыҡҡа һоҡланып, сөкөрҙәшеп кенә сәй эсәбеҙ. Уның эргәһендә миңә күңелле лә, рәхәт тә, тыныс та. Эй, өләсәй, әлдә һин бар әле!
Матур биҙәкле яулығын килешле генә итеп бәйләгән, ыҫпай кейенгән, кешеләр менән итәғәтле һөйләшкән ҙур яғымлы күҙле кешене күрһәгеҙ, белегеҙ: ул – минең өләсәй. Ошо көндәрҙә 66 йәшен тултырһа ла, уны “әбей” тип әйтергә тел әйләнмәй. Кәүҙәһен ҡыҙҙар һымаҡ төп-төҙ тотоп, ышаныслы атлай ул.
Өләсәйем менән ауыл буйлап етәкләшеп үтергә яратам. Олоһо ла, кесеһе лә уға хөрмәтләп һаулыҡ бирә, хәлен һораша. Ҡәҙерлебеҙ – 36 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған абруйлы уҡытыусы, шуға ла ихтирамлы. Тәүге тапҡыр мәктәпкә килгән кескәйҙәргә «Тыныслыҡ», «Ватан», «Әсәй», «Атай» һүҙҙәрен уҡырға һәм яҙырға өйрәткән ул.
Ҡәҙерле өләсәйем Фәнирә Иблиәмин ҡыҙы Ғафарова Ҡыйғы районының Яуын ауылында тыуып үҫкән һәм шунда төпләнгән. Олатайым менән ике ир балаға матур тәрбиә биргәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә бер тапҡырҙа «олатай» тип әйтергә насип булманы. Өләсәйем атайымды үҫтергән, уҡытҡан, матур тәрбиә биргән. Атайым хәҙер районда эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итә. Капитан. Буш ваҡыты бик һирәк булһа ла, күрше ауылда торған өләсәйемә йыш барабыҙ, телефон аша һөйләшеп торабыҙ.
Һарыға буятылған, әллә ҡайҙан балҡып ултырған, йәй гөл-сәскәгә күмелегән өйөн бик һағынам. Барған һайын беҙҙе үҙе бешергән тәмлекәстәре менән һыйлай. Бәлеш, ҡоймаҡ, шәңкәһе телеңде йоторлоҡ була.
Төрлө әкиәт, риүәйәт һөйләгәнен яратам. Хәтирәләргә бирелһә, уны берсә көләс ҡояшҡа, берсә моңһоу айға оҡшатам, сөнки ауыр мәлдәре бик күп булған. Ул балалар йырҙарын да, халыҡ йырҙарын да матур башҡара. Тауышы шундай яғымлы! Хатта һыйыры, һарыҡтары, ҡош-ҡорто менән һөйләшкәндә лә йырлай кеүек.
“Ҡыҙым, һин – буласаҡ хужабикә, ҡатын-ҡыҙ эшен белергә тейешһең”, – тип, миңә ырғаҡ менән бәйләргә һәм башҡа төрлө файҙалы эшкә өйрәтә. Үҙенең өйөн күрһәгеҙ! Ысын хазина! Күҙҙең яуын алырҙай ултырғыс, кресло ябыуҙары бәйләп һалған. Диванында биҙәкле йылы ойоҡбаштар балаларын көтөп ята. “Күпме күҙ нуры түгелгән! Ҡайҙан ваҡыт табалыр?” – тип аптырай әсәйем. Шундай алтын ҡуллы ул минең өләсәй! Арҡамдан тупылдатып һөйһә лә, башымдан һыйпаһа ла, шул ҡулдарҙың йылыһын, шифаһын тоям.
Яҡшы эшләгәне өсөн ҡәҙерлебеҙгә “Хеҙмәт ветераны», «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемдәр бирелгән. Хәҙер үҙҙәре атай, әсәй, өләсәй, олатай булған элекке уҡыусылары әле лә хәлен белешеп, кәңәш һорап килә. Күбеһе уның юлынан китеп, уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Уҡыусыларының бүләктәрен, открыткаларын өләсәйем һаман да ҡәҙерләп һаҡлай. «Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай, балам, кешеләргә изгелек күрһәтергә кәрәк», – тип матур кәңәш бирә.
Өләсәйемде һәр ваҡыт нотоҡ уҡып, кәңәш биреп кенә ултыра тип уйлай күрмәгеҙ. Ул йәштәрсә сыңғырҙатып көлөп, шаярып һөйләшеп тә ала. Бындай ваҡытта ул матурыраҡ булып, йәшәреп киткән һымаҡ була.
Яҡташым Гөлсирә Шафиҡованың «Өләсәйем» шиғыры тап минең өләсәйем тураһында яҙылғанмы ни!
Ойоҡбаштар бәйләй беҙгә,
Ямау һалып үҙе кейә.
Шат йылмайып беҙҙе һыйлай,
Өҫтәлгә ул һуңғы килә.
Ҡыҙыҡмай ул затлыға ла,
Кәрәк түгел әллә ниҙәр.
Ҡыуандырыр өсөн уны
Етә ябай йылы һүҙҙәр.
Илүзә СӘҒИТОВА,
Ибрай мәктәбенең IV класс уҡыусыһы.
ҺҮРӘТТӘ: Бына беҙ киҫкән һалмалар.
Ҡыйғы районы.