Тик ултыра белмәй26.12.2012
Йәй буйы өләсәйемдә ҡунаҡта булыу бик рәхәт ине, тик каникул аҙағына яҡынлашты, ҡайтыр юлға әҙерләнәм. Сумкаларым күстәнәстән бүлтәйгән. Ваҡыт тигәнең туҡтатырға тырышҡан һайын шәберәк саба. Өй эсендәге бар нәмә, һине ҡайтарырға теләмәгәндәй, яныңда өйрөлгән кеүек. Бары тик бер кеше, тулҡынланыуҙан быуындары бушап, әйтер теләктәрен барлап, эскәмйәлә тын ҡалған. Тубығына һалған төйөнсөгөн бармаҡтары менән ҡыҫҡылай. Өләсәйем! Өләсәйем бит ул! Ә төйөнсөктә – икмәк! Шундайын да ҙур төйөнсөктө баҫып тултырылған сумканың ҡайһы еренә генә һалырмын инде, тип рәнйетә күрмә үҙен…
Өләсәйем Сәкинә Солтанәхмәт ҡыҙы Латипова 1941 йылда Баймаҡ районының Иҙрис ауылында донъяға килә. Яҙмыш уны иркәләтмәй – бәләкәй көйө генә әсәйһеҙ ҡала. Ебәк яулыҡ, мамыҡ шәл, затлы тундар ғына һалып йөрөрлөк нескә иңдәрәнә бала саҡтан ауыр эш ябырыла. Тик һыр бирергә хаҡы юҡ, сөнки ул – баш бала. Кесе туғандары унан өлгө ала. Инде үҙенең алты балаһы үҫеп етеп, ейән-ейәнсәрҙәре, килен-кейәүҙәре ҡурсыуында наҙланып ҡына йәшәргә хаҡы булһа ла, өләсәйем һаман “ҡолонсаҡтар”ын хәстәрләүҙән ләззәт таба.Ҡусты-һеңлеләренә генә түгел, хәҙер балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, килен-кейәүҙәренә өлгө!
“Беҙ һине тыңлайбыҙ ҙа инде, ниңә һин беҙҙе тыңламайһың? Ултыр, ял ит, үҙебеҙ эшләйбеҙ! “ – тип үпкә белдереп алһаң, бер ни ваҡытҡа ғына туҡтап тора ла кире сыҙамай тороп китә. Бер нәмәгә лә бирешмәй йүгереп йөрөгән өләсәйемә 71 йәш тип әйтерлек тә түгел. Төҙ, оҙон кәүҙәле, алсаҡ йөҙлө һөймәлекле кеше ул.
“Заманалар ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, бәхетле йәшәр өсөн иң кәрәкле сифат – татыулыҡ. Бер-берегеҙҙе яҡлап, һаҡлап ҡына йөрөгөҙ. Татыу икәнегеҙҙе белһәләр, башҡалар һеҙҙе ҡыйырһыта алмаҫ. Кеше һәр ваҡыт һөйөшөп-көлөшөп кенә йәшәй алмай, тормошта рәхәте лә, михнәте лә була. Ауырлыҡтарға бирешмәҫкә кәрәк. Сабырлыҡ төбө – һары алтын ”, – тип өйрәтә ҡәҙерлебеҙ.
Шөкөр итә белеү – иманлылыҡ билдәһе. Барына риза булып, яҡшыға өмөт итеп йәшәй өләсәйем. Баҡҡан донъяһы, тир түгеп ҡараған баҡсаһы, яратып көткән ҡош-ҡорто, күңел нурын биреп үҫтергән балалары – үҙе бер ҡыуаныс. Шуларҙы бағыуҙан күңел тыныслығы, йән рәхәте таба.
Гөлиә ХӘЛИТОВА.


Вернуться назад