Вәкәләттәр бүлеп бирелде25.12.2012
(Өлгөрбай Тиктормаҫов, “Һаҫығанмы? Етемдәргә бата ул!”, 2012 йыл, 1 июнь)
Мәҡәләлә күтәрелгән мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереү маҡсатында Башҡортостандың Мәғариф министрлығына ебәрелгән хатыбыҙға яуап килде.
“Балалар йорттарын финанслауға тәғәйенләнгән бюджет саралары өсөн төп яуаплылыҡ Мәғариф министрлығының иңендә, — тиелә унда. — Шул уҡ ваҡытта, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар тәрбиәләнгән дәүләт белем биреү учреждениеларын финанслау өсөн район һәм ҡалаларға республика ҡаҙнаһынан субвенция юлы менән ярҙам күрһәтелә. Бындай мәсьәләләрҙе хәл итеү ниәтенән “Урындағы үҙидара органдарына Башҡортостан Республикаһының дәүләт вәкәләттәрен бүлеп биреү” Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты эшләнде һәм ҡабул ителде”.
Яуапта шулай уҡ Өфөнөң 6-сы махсус балалар йортон компенсациялау төрөндәге балалар баҡсаһына әйләндереү хаҡында әйтелә. Был мәғариф учреждениеһына ремонт үткәрелгән, ашханаға йыһаз алынған. Шулай уҡ Күмертау балалар йортонда төрлө яңыртыу эше башҡарылған.