Дауахана юбилейына бүләк25.12.2012
Кисә Стәрлетамаҡтың 4-се ҡала дауаханаһы төҙөкләндереүҙән һуң яңынан асылды. Бында ҙур ярҙамды “Сода” асыҡ акционерҙар йәмғиәте күрһәткән — ул капиталь ремонтҡа һәм яңы ҡорамалдар алыуға 30 миллион һум аҡса бүлгән.

“Сода” ярҙам өсөн был дауахананы осраҡлы һайлап алмаған. Тиҫтә йылдар дауамында табиптар предприятие хеҙмәткәрҙәре һаулығы һағында тора һәм уларҙы даими дауалай. Йәмғиәт тә яуаплылыҡ хаҡында онотмай, йыл һайын ҡала бюджетына миллионлап аҡса күсерә. Аҡса мәктәп, дауахана, поликлиника, балалар баҡсаһы өсөн тотонола. Быйыл иһә “Сода” адреслы ярҙам күрһәтергә булды һәм йәмғиәттең директорҙар советы ҡарары менән тап ошо дауаханаға ярҙам итте.
Дауахананың 50 йылға яҡын тарихы бар. Шуға күрә уға капиталь ремонт яһау, медицина ҡорамалдарын яңыртыу бик кәрәк ине. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡыйыҡ ремонтланды, электр, йылытыу, һыу, канализация системалары алмаштырылған. Медицина ҡорамалдары, йыһаздар, көнкүреш техникаһы, хужалыҡ кәрәк-ярағы алынған. Шулай уҡ хәҙер бында Стәрлетамаҡтағы берҙән-бер маммограф, компьютер спирографы, ультратауышлы денситометр бар. Яҡын арала ИВЛ аппараты һәм рентген ҡорамалы алынасаҡ.
Ҡала дауаханаһы иҫәбенә стационар, балалар һәм өлкәндәр поликлиникаһы, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, Шахтау һәм Строймаш ауыл амбулаториялары инә. Уны үҫтереү өсөн 2016 йылға тиклем махсус программа эшләнгән. “Сода”ның акционерҙары уны тормошҡа ашырыу өсөн йыл һайын аҡса бүлергә ниәтләй. Киләһе йылда 4-се дауахана үҙенең алтын юбилейын билдәләйәсәк. Был датаға улар тулы әҙерлек менән килә.
Ә. ЭТҠОЛОВА.


Вернуться назад