Тәҡдимдәр кәрәк25.12.2012
Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһының, Әлшәй, Бишбүләк, Нуриман райондарының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған территориаль һайлау комиссиялары ағзалары вәкәләттәренең ваҡытынан алда туҡтатылыуына бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһы 6-сы пунктына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған яңы ағзаларҙы тәғәйенләү өсөн кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.
Документтар ошо белдереү баҫылып сыҡҡан көндән һуң ун көн эсендә түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә:
450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (эш көндәрендә).
Өҫтәмә мәғлүмәттәр өсөн телефон: 250-66-22.