Яңы йылды — яңы йортта25.12.2012
“Ауыл табибы” программаһы күптәрҙе эшле лә, йорт-ерле лә итте. Дыуан районының медицина ойошмалары ғына ла уға ярашлы 33 белгескә “байыны”.

Йәш табиптарҙы ауылға еректереү өсөн тәү сиратта фатир мәсьәләһен хәл итеү мотлаҡ. Ошоно иҫәпкә алып, Дыуан районы хакимиәте республика Президенты һәм Хөкүмәте, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамында, “Социаль торлаҡ” программаһына ярашлы, 33 фатирлы йорт төҙөргә ҡарар итте.
Аҙ ғына ваҡыт эсендә күркәм йорт ҡалҡып та сыҡты. Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһында эшләйәсәк 28 белгескә фатир асҡыстарын Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Г. Шебаев тапшырҙы.


Вернуться назад