Арбаңды ҡыш хәстәрлә25.12.2012
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2013 йылда тракторҙарға, үҙйөрөшлө машиналарға, арбаларға, юлһыҙ ерҙән йөрөүсе техникаға, ҡаргиҙәрҙәргә, юл-төҙөлөш машиналарына дәүләт техник күҙәтеүе үткәреүҙең ваҡыты билдәләнде. Уны республиканың Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы 1 февралдән 30 июнгә тиклем (агросәнәғәт комплексында – 15 апрелгә ҡәҙәр) уҙғара.

Ә 15 майҙан 15 июнгә тиклем ауыл хужалығы кооперативтарына, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына, сәнәғәт һәм төҙөлөш ойошмаларының ярҙамсы хужалыҡтарына ҡараған мал аҙығы әҙерләүсе комбайндарға, үҙйөрөшлө сапҡыстарға техник күҙәтеү үткәреләсәк. 15 июндән 15 июлгә тиклем – иген урыусы, 15 – 31 августа сөгөлдөр ҡаҙыусы комбайндарға, тейәгестәргә, буртҡа һалыусы машиналарға техник күҙәтеү үткәреү күҙаллана.
Үҙйөрөшлө машиналарҙы, арбаларҙы хужаһы алмашынған осраҡта дәүләт техник күҙәтеүе башланғанға ҡәҙәр яңынан теркәргә кәрәк.


Вернуться назад