Бала күңелен балҡыта25.12.2012
Бөгөн мөғжизәле балалар әҙәбиәте донъяһында ижад итеүселәр һаны әллә ни күп түгел, сөнки балалар өсөн әҫәр яҙыу — үтә лә яуаплы эш. Бының өсөн бала психологияһын яҡшы белеү, ябай, аңлайышлы, образлы телдә яҙыу, шаҡтай тормош тәжрибәһе туплау ҙа шарт булып торалыр. Әхлаҡ, намыҫ юғарылығы түгел, ә күп ваҡыт тупаҫлыҡ өҫтөнлөк һөргән был заманда сабыйҙарҙы китап ярҙамында тәрбиәләү, китап уҡыуға кесе йәштән йәлеп итеү иң мөһим бурыстарыбыҙҙан иҫәпләнә.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Яҙыусылар союзы ағзаһы Әлфиә Әсәҙуллина — балалар әҙәбиәтендә уңышлы эшләүсе ижадсыларҙың береһе. Ауырғазы районының иҫ киткес матур тәбиғәтле Үтәймулла ауылында тыуған ҡыҙ яҡын-тирәләге урман-тауҙарҙың гүзәллегенә ғашиҡ булып үҫә. Мәктәп йылдарында уҡ шиғырҙар яҙа башлай. Урта мәктәптән һуң, 1982 йылда, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Бер үк ваҡытта З. Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә корректор булып эш башлай. Унан нәфис әҙәбиәт редакцияһында — мөхәррир, 2005 йылдан балалар әҙәбиәте секторы мөдире булып эшләй.
Әлфиә Нәжиб ҡыҙының ғүмерен балаларҙы китаплы итеүгә арнап, нәшриәттә эшләүенә утыҙ йыл тулып китте. Емешле ижадын дәлилләп "Шарлама" китабында "Сайҡала сауҡалар" (1993) йыйынтығы, "Күбәләк күлдәк ҡотлата" (1994), "Ҡояшҡа таж кейҙерәм" (2001), "Ысыҡлы ҡояш" (2006), "Һанашмаҡтар" (2007), "Зоопарк килде беҙгә!" (2009) шиғри йыйынтыҡтары донъя күрҙе.
"Зоопарк килде беҙгә!" — әҙибәнең балаларға тәғәйенләнгән дүртенсе китабы. Балалар ғына түгел, ата-әсәләр, тәрбиәселәр, китапханасылар, ғөмүмән, шиғриәт һөйөүселәр тарафынан яратып ҡабул ителгән ошо китап тураһындағы фекерҙәремде һеҙгә лә еткергем килә. Шағирәнең балалар күңеленә юл ярыу һәләте, кескәйҙәрҙе сафлыҡҡа өндәү, күңелдәренә шәфҡәтлек орлоҡтары сәсеү — былар барыһы ла китапта сағылыш тапҡан. Кесе һәм урта мәктәп йәшендәге балалар өсөн сыҡҡан йыйынтыҡ сағыу һүрәттәр менән биҙәлеп (М. Зыяи һүрәттәре), башҡорт һәм урыҫ телдәрендә (тәржемәселәре Р. Бикмәтова, А. Петровалар) булыуы менән дә отошло.
Йәш дуҫтарына арналған баш һүҙендә: "Мин бәләкәй саҡтан китап уҡырға әүәҫ булдым. Сихри китап донъяһы шул тиклем мауыҡтырғыс: үҙемде шунда йәшәгән геройҙар менән бергә йәшәгәндәй хис итә торғайным", — тип яҙа бөгөн дә мауыҡтырғыс хис-тойғо донъяһында ҡайнаған ижадсы.
Йыйынтыҡ "Ҡоштар баҙары" шиғыры менән асыла:
Иреп бөтөп бара хәҙер
Гөрләүек булып ҡарҙар.
Яҙ ҡояшы көлгән көндә
Ҡоштар тауышы — баҙар.
Тәбиғәт күренештәре "Яҙ", "Урманға барабыҙ", "Туҙғанаҡ", "Таң ата", "Болот", "Ҡыш" һәм башҡа шиғырҙарында йәнләнә, балаларҙы йыл миҙгелдәрен күҙәтергә өйрәтеп, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй. Үҙенсәлекле тел-һүрәтләү алымдары шиғырҙарҙы уҡымлы итә, улар баланың күңел ихтыяжын ҡәнәғәтләндереп, хәтерендә тиҙ ҡала. Бына "Елкәй" шиғырынан бер өҙөк:
Зәңгәр күктә аҡ болот
Ағыла офоҡ тулып.
Ынйы ҡарҙарҙы ҡоя,
Елдәр һыҙғырып ҡуя.
Китаптың төп өлөшөн серле лә, йәнле лә хайуандар, ҡоштар донъяһына арнап яҙылған шиғырҙар циклы тәшкил итә. Һүҙ зоопаркка ата-әсәһе һәм һеңлеһе Дилә менән килгән малай исеменән алып барыла. "Серле донъя", "Ҡаласыҡ эсендә", "Һоро айыу", "Ҡоралайҙар", "Мышылар", "Бөркөт менән шоңҡар", "Торналар", "Аҡҡоштар" һәм башҡа шиғырҙарында уй-фекерҙәр бер-береһен дауам итеп, бер сюжеттан икенсеһенә бәйле рәүештә үҫтерелә. Улар теге йәки был хайуанға, ҡош-ҡортҡа хас үҙенсәлектәрҙе, төҫ-ҡиәфәттәрен, йәшәү урындарын образлы тел менән тасуирлап, баланың аҡыл-зиһен даирәһен үҫтереүгә, байытыуға ҡоролған.
Арыҫландар — йылы яҡтан.
Улар ҙа ҡунаҡ беҙҙә.
Шуға күрә һис болйомай,
Эҫе булһа ла түҙә.
— Күлдәктәре йоҡа икән, —
Дилә ҡуя аптырап, —
Баштарына мамыҡ шәлде
Ҡуйғандар ниңә урап?
Әлфиә Әсәҙуллина — танылған әҙибә генә түгел, өс бала үҫтергән хөрмәтле әсә лә. Шуға күрә ул балалар психологияһын нескә тойомлай, сабый күңеленә үтеп инерлек шиғырҙар ижад итә. Автор тыуған еребеҙгә дан йырлай, ата-әсәгә, туғандарға хөрмәт тәрбиәләй. Ҡәләм оҫтаһы хис-тойғоно үҙенә генә хас яҙыу стиле менән асып бирә.
Балан бик әсе булһа ла,
Ҡоштар ярата үҙен,
Сөнки балан тыуған яҡтың
Һыуыҡтарына түҙем.
"Беҙ осмайбыҙ йылы яҡҡа,
Балан, — тиҙәр, — ҡойолмай.
Тыуған ерен һөйгәндәргә
Һыуыҡтар ҙа тойолмай".
Әлфиә Нәжиб ҡыҙы туған халҡының рухи-әҙәби йолаларын, тормош тәжрибәһен яҡшы белә. Яҙғандары балаларҙа милли үҙаң, юғары әхлаҡ сифаттары тәрбиәләй, уларҙың эстетик зауыҡтарын үҫтереүҙә ярҙам итә. Тирә-яҡтағы ябай ғына күренештәрҙән шиғри образдар табып һәм уларҙы йәнләндереп уҡыусы күңелен балҡытҡан шағирәгә ижад уңыштары теләйбеҙ. Сабыйҙарға тәмле күстәнәс булырҙай матур ҙа, хикмәтле лә китаптарын көтөп ҡалабыҙ.