Донъябыҙҙың таяуы24.12.2012
Донъябыҙҙың таяуыӘсәйем тураһында бәләкәйҙән матур-матур иншалар, шиғырҙар яҙып ҡарағаным бар ине, ә бына өләсәйем тураһында ниңәлер яҙғаным булманы. Бала сағы, ауыр яҙмышы хаҡындағы хәтирәләрен тыңлағанда уны гел эстән генә ҡыҙғанып ултыра инем.
Өләсәйем Зөһрә Сынтимер ҡыҙы Ишембай районының Ҡанаҡай ауылында тыуған. Бала сағы, үҫмер йылдары шунда үтә. Әсә ҡосағында иркә ҡыҙ булып үҫергә насип булмай – яҙмыш уны уҫал үгәй әсә ҡулына тапшыра. Атаһы һуғышҡа киткәс, үгәй әсәнән күп йәбер, нахаҡ һүҙ ишетергә тура килә өләсәйемә. Тамағы икмәккә лә туймай буй еткерә. Яһил ҡатын баланы йәберләп кенә ҡалмай, мәктәпкә йөрөүҙән дә тыя, эш менән баҫа.
Ҡара күңелле кешеләр өләсәйемдең матурлығын, һөйкөмлөлөгөн генә баҫып-йәшереп ҡуя алмай – бер көндө күрше Әхмәр ауылынан Ишбирҙе тигән бик булдыҡлы егет ҡыҙҙы һоратып килә. Гөрләтеп ғаилә ҡороп, балалар үҫтерәләр, колхоз эшендә лә һынатмайҙар, үҙ-ара бик татыу йәшәйҙәр. “Хоҙай балалар бирһә, етемлектең ни икәнлеген дә белдермәй, күҙ менән ҡаш араһында ғына үҫтерер инем” тигән һүҙен тота өләсәйем. Ете балаға ғүмер биреп, һәр береһенә әсә наҙын тигеҙ өләшә. Донъябыҙҙың таяуыОлатайым 52 йәшендә вафат булғас, бөтөн донья йөгөн үҙенә ала: балаларының һәр береһен уҡыта, башлы-күҙле итә. Тик өләсәйемә Хоҙай тағы ла ауырыраҡ һынауҙар әҙерләй: типһә тимер өҙөрҙәй сағында – оло улы, ә яңыраҡ кинйә улы вафат булып ҡалды. Өләсәйемдең сабырлығына һоҡланам. Ҡайғы-хәсрәткә бирешмәүе, 80 йәштә лә зиһенле, хәтерле булыуы беҙҙең өсөн өлгө. Уға ҡарап, өмөт һәм яҡты уйҙар менән йәшәргә өйрәнәбеҙ.
Бөгөн беҙ Әхмәр ауылында, олатайым һалған төп йортта, әсәйем, өләсәйем, ҡустым Айгиз менән донья көтәбеҙ. Атайыбыҙ, йәғни өләсәйемдең кинйәһе, көтмәгәндә йәшләй вафат булғас, бер-беребеҙгә иңде терәп, оло ҡайғыбыҙға бирешмәнек. Әсәйем менән өләсәйемдең бер төптән булып татыу йәшәүе бик күптәрҙе көнләштерерлек. Үҙе әсә наҙынан мәхрүм булғас, өләсәйем беҙҙе бик ярата, кәңәштәренән, фатихаларынан айырмай, хәлен белешергә килгән һәр балаһын изге доғалары менән оҙатып ҡала.
Ҡустым менән икебеҙ өләсәйемде “бишле“ билдәләре менән ҡыуандырабыҙ, ҡош-ҡортто ҡарашабыҙ, әсәй өйҙә булмағанда йорт тирәһенә күҙ-ҡолаҡ булып торабыҙ, әсәй-өләсәй һүҙенән сыҡмаҫҡа тырышабыҙ.
Өләсәйемдең оҙон, бәрәкәтле ғүмер кисереп, беҙҙең уңыштарға ҡыуаныуын, донья таяуы булып йәшәүен ихлас теләйем, уға барлыҡ рәхмәттәремде белдерәм.
Илмира ЗАҺИҘУЛЛИНА,
Әхмәр мәктәбенең VIII класс уҡыусыһы.
Ишембай районы.


Вернуться назад