“Юлдаш” телеканалы Төркиәнән тапшырыу әҙерләй10.12.2011
Башҡортостан юлдаш телеканалы тележурналистары ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы менән берлектә Истанбул һәм Анкара ҡалаларында тапшырыуҙар әҙерләп алып ҡайтҡан.
Телевизион тапшырыуҙарға һәм документаль фильмға төрөк ҡалаларында йәшәүсе башҡорттар, хакас халҡының беренсе профессоры Николай Катановтың шәхси китапханаһы тураһында сюжеттар инәсәк. Николай Катанов күп халыҡтарҙың теле, этнографияһы менән ҡыҙыҡһынған. Шул иҫәптән башҡорттар тураһында яҙған хеҙмәттәре лә бар. Профессор Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың фәнни эшенә ул ҙур йоғонто яһаған.


Вернуться назад