Район ҡайһы бер төбәктәр кеүек ҙур заводтары йәки ер аҫты ҡаҙылмалары менән маҡтана алмаһа ла, үҙен үҫтергән һәм байытҡан егәрле халҡы менән ғорурлана. Яҡташтарына арымай-талмай хеҙмәт иткән Зәки Нагаев — шундай булдыҡлы кешеләрҙең береһе. Ул 1993 йылдан алып автомобиль йүнәтеү хеҙмәтен күрһәтә. Бөгөн ауырғазылар тормошон "Руслан" исемле автосервисһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай.
Зәки Исмәғил улы, үҙенең әйтеүенсә, бер ҡасан да автомеханикка уҡымаған, һөнәре буйынса — рәссам һәм хеҙмәт уҡытыусыһы. Эшҡыуарлыҡҡа тотонор алдынан 14 йыл һөнәрселек училищеһында уҡытыусы, мастер булып эшләгән. Заманында һырлау цехы асып, күп табыш алып килгән педагогты унда һаман да һағыналар.
Ир-уҙамандың йүнселлеге автосервиста ла сағыла — туғыҙ машинаға иҫәпләнгән өс цехта кузов ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү өсөн заманса технологияларҙы файҙаланалар. Мәҫәлән, Францияла етештерелгән "споттер" тигән ҡорамал ярҙамында машинаның эске көбөн боҙмайынса ғына кузовтың йәмшәйгән урындарын тигеҙләргә мөмкин. Һөҙөмтәлә ваҡыт та, аҡса ла аҙ сарыф ителә.
Компьютерҙарҙы күргәс, автосервистың халыҡ араһында ни өсөн "инновациялы" тип йөрөтөлөүен аңланыҡ. Бындағы өс гидравлик стенд ярҙамында оҫталар кузовтың элекке формаһын миллиметрына тиклем дөрөҫләп тергеҙә. Был автомобиль хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирәсәк тигәнде аңлата. Машинаны буяғанда ла компьютерҙы файҙаланалар — уның ярҙамында һайланған төҫтө үҙенекенән айырып булмай. Буяуҙы махсус цехта инфраҡыҙыл нурҙар менән тиҙ һәм заводтағы кеүек тигеҙ итеп киптерәләр.
— Беҙҙең автосервисҡа бер нисә аҙналыҡ сират теҙелгән, шуға күрә рекламаға мохтаж түгелбеҙ, — ти Зәки Исмәғил улы. — Ғәҙәттә юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән машиналарҙы тергеҙәбеҙ йәки икенсе автосервистарҙың хатаһын төҙәтәбеҙ. Автомобиль хужалары дәғүә белдермәһен, шикләнмәһен өсөн ремонт барышын видеоға төшөрәбеҙ. Сиратҡа торорға һәм ремонттың хаҡын алдан белергә теләүселәр dtp-kuzov.ru сайты аша машинаның фотоһүрәтен һәм үҙенең телефон һандарын ебәрә ала.
"Ҡорос ат"тың торошон "тын алышы"нан уҡ белгән оҫтаға уны йүнәтеү бер ни түгел. Ремонт өсөн кәрәкле ҡорамалы булмаһа, оҙаҡ уйлап тормайынса, үҙе яһап ала, тик уларҙы патентларға ғына ваҡыты юҡ. Заманында яңғыҙы тотош машинаны эшләгән кеше бит ул.
— Атамаһы "ИРРАЗ-98" ине, унда ғаиләбеҙ ағзаларының исемдәренән баш хәрефтәр һәм автомобилдең эшләнгән йылы сағыла. Машинаның ултырғыстарына тиклем үҙем яһаным. Өфөлә тикшеренеү үткәреп, уны файҙаланырға рөхсәт тә алдым. Дүрт йыл йөрөткәндән һуң машинаны туғаныма һаттым, ул алты-ете йыл йөрөнө лә Стәрлетамаҡ кешеһенә "Жигули"ға алмаштырҙы. Машинамдың артабанғы яҙмышын белмәйем, — ти Зәки Исмәғил улы.
Элекке педагог бөгөн дә белем биреү өҫтөндә — эшкә килгән егеттәрҙән тәжрибәһен дә, белемен дә ҡыҙғанмай, уларға автомобиль ремонтлау серҙәрен ихлас өйрәтә. Оҫтанан дәрес алған хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе хәҙер үҙ автосервисын асҡан. Әлеге мәлдә Зәки Нагаев алты кешене эш урыны, ваҡытында түләнеп барған лайыҡлы хеҙмәт хаҡы һәм социаль гарантия менән тәьмин итә.
Бер урында тик тора белмәгән етеҙ, хәрәкәтсән хужаның үҙен ирекһеҙҙән машина двигателенә оҡшаттыҡ. Көн дә яңы уй-ниәттәр менән ҡайнап йәшәгән, эшҡыуарлыҡты һаҙлыҡҡа һөйрәгән ҡайһы бер бюрократик кәртәләргә бирешмәгән эшҡыуар — ошо ике ҡатлы бинаның этәргес көсө. Яҡты донъянан бик иртә киткән улының исемен йөрөтөүе менән дә ҡәҙерле уға был автосервис.
— Әгәр бында эш ҡайнай икән, тимәк, тормошом бушҡа уҙмай, — ти Зәки Исмәғил улы.
P.S. Volkswagen cars at affordable prices
http://www.winnvolkswagen.com/