Яратҡан ҡәрсәйем Мәрйәм Әбделхаҡ ҡыҙы Татлыбаева районыбыҙҙың Сирғол ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Тырыш, уңған, аҡыллы, сәмсел ҡыҙ булып буй етткерә. Ҡартайым Әбделәхәт Хәйретдин улы менән өйләнешеп, матур итеп донъя ҡоралар. Бер-бер артлы 11 балалары тыуа. Колхозда ла тырышып эшләйҙәр, береһенән-береһе бәләкәй, шуҡ кескәйҙәргә дөрөҫ тәрбиә лә бирә улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Баязит исемле улдары, бәләкәй сағында ауырып, вафат була.
Тормош дауам итә. Ҡартайым менән ҡәрсәйем, күптәргә өлгө булырлыҡ итеп йәшәй: кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр, ҡорт тоталар. Ишле ғаиләлә балалар ҙа татыу, егәрле, эшһөйәр булып үҫә, ҡул араһына ингәндәре кесе туғандарын ҡараша. Ошолай гөрләтеп йәшәп ятҡанда, аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай, ҡәрсәйем яңғыҙ тороп ҡала. 53 кенә йәшендә бәхетһеҙ осраҡҡа тарып, ҡартайым вафат була. Ҡәрсәйем ун бала менән тороп ҡала. Ни тиклем ҡыйын, ауыр булһа ла, ул бирешмәй, үҙендә ихтыяр, йәшәү көсө таба. «Ғүмер бүләк иткәнбеҙ икән, балаларымды аяҡҡа баҫтырырға, уҡытырға, һәйбәт кеше итергә тейешмен» тигән маҡсат ҡуя. Һәйбәт әсәй булғаны өсөн «Герой әсә» миҙалы менән бүләкләнә.
Ҡәрсәйемдең алһыҙ-ялһыҙ көндәре, йоҡоһоҙ төндәре, тырышлығы бушҡа китмәй. Әлеге көндө мин олатай-инәйҙәремә, ағай-апайҙарыма, атайыма ҡарайым да, бына бит ул яратҡан ҡәрсәйемдең тырышлығы, баһалап бөткөһөҙ тәрбиәһе, ғүмер юлының һөҙөмтәһе, тип уйлайым. Унан өлгө алырға тырышам. Бөгөн ҡәрсәйемдең 9 балаһы иҫән-һау, үҙ ғаиләләрен ҡороп, балалар үҫтереп, ҡәрсәйемде ҡыуандырып, гөрләтеп донъя көтәләр, тыуған ерҙәрендә хеҙмәт итәләр. Ҡәрсәйебеҙҙе йәнә бала ҡайғыһы һағалаған: юл фажиғәһенә тарып, Рәйфә ҡыҙы һәләк булған. Әле Ғәйсәр, Мәжит, Шәһит улдары, Сәлимә ҡыҙы – Иҫәнғолда, Роза ҡыҙы – Ишемғолда, Рәмзиә ҡыҙы – Сирғолда, Әнисә ҡыҙы – Яңы Петровкала, Хәмит һәм Әхмәт улдары Саҙалы ауылында үҙ ғаиләләре менән бәхетле тормошта йәшәй.
Ҡәрсәйемә – бәхетле әсә. Балалары иҫән-һау, тырышып донъя көтәләр, йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйҙәр. 21 ейән-ейәнсәргә, бер бүләгә хәстәрлекле ҡәрсәй ҙә ул. Улдары, ҡыҙҙары, килен-кейәүҙәре өсөн аҡыллы кәңәшсе, терәк таяныс. Уның янында рәхәт, тыныс. Ҡәрсәйемдең бер ваҡытта ла асыуланғанын, кәйефһеҙ йөрөгәнен күрмәҫһең. Көнсөллөк, ярышыу, маһайыу тигән тойғоларҙы ул һис тә белмәй. Берәүгә лә үпкәләмәй ҙә, рәнйемәй ҙә. Һәр саҡ яғымлы, яҡты йөҙлө, иғтибарлы, ихтирамлы ул. Һәр беребеҙҙең йортонда – һағынып көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡ. Бешергән аштары, тәмле итеп ҡойған ҡоймаҡтары телеңде йоторлоҡ. Тағы ла ҡәрсәйебеҙҙең өҫтәленән хуш еҫле бал бер ҡасан да өҙөлмәй. Ейән-ейәнсәрҙәрен йылы бейәләй-ойоҡбаштары менән дә, үҙе теккән күлдәк-салбарҙары менән дә ҡыуандыра ул.
Быйыл ҡәрсәйем 75-се ҡышын ҡаршылай. Һөйөклөбөҙгә сәләмәтлек, ҡар бөртөктәре кеүек аҡ бәхеттәр, күтәренке кәйеф теләйем. Беҙгә кәңәштәреңә гел мохтажбыҙ, ҡәрсәйем, оҙаҡ-оҙаҡ йәшә!
Наҙгөл ТАТЛЫБАЕВА.
Ейәнсура районы,
Иҫәнғол ауылы.