Уңыштарыбыҙҙа өлөшө ҙур21.12.2012
Уңыштарыбыҙҙа өлөшө ҙурӨләсәйемдең исеме Венера. Ул бала сағын, һөйләй башлаһа, иҫебеҙ китеп тыңлайбыҙ. Элекке ваҡыттар әкиәт һымаҡ тойола.
– Йәмле Һүрәм буйҙарында үҫтем. Йәй көн буйы һыу инһәк, ҡыш тауҙан ҡайта белмәйбеҙ. Әсәйҙәребеҙ килеп алғансы, өшөүҙе лә, асығыуҙы ла онотоп йөрөй бирәбеҙ. Элек уйынсыҡтар әллә ни булманы, уларҙы үҙебеҙ эшләп ала торғайныҡ. Хәҙер магазин тулы әйбер, йәнең теләгәнен һайлап ал, – ти ул.
Өләсәйем Бикбирҙе ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, Бикбау ауылына һигеҙ йыллыҡ мәктәпкә барған. Унда интернатта ятып уҡығандар. Транспорт булмағас, ҡышҡы сатлама һыуыҡта ла, ыжғыр буранда ла йәйәү йөрөргә тура килгән. Нисек кенә ауыр булһа ла, уҡыуын бер тапҡыр ҙа ҡалдырмаған. Бүлмәлә 10-14 бала йәшәгәндәр. Утынды аҙнаға етерлек итеп үҙҙәре әҙерләгән. Ҙурҙар бысып ярһа, бәләкәйҙәр өйөп ҡуйған. Ҡыҙҙар алыҫтағы, шишмәнән көйәнтәләп һыу ташыған. Беҙгә, бар нәмә автоматлаштырылған заманд йәшәгән балаларға, был эштәр ят тойолһа ла, элек һис кенә лә ауырға һанамағандар.Уңыштарыбыҙҙа өлөшө ҙур Мәшәҡәттәре тамамланғас, шау-гөр килеп уйнағандар йәки концерт ҡуйғандар. Клуб һәр саҡ халыҡ менән шығырым тулы булған.
Һигеҙенсенән һуң кластары менән Иҫәнғол мәктәбенә күскәндәр. Унда ла йыш йәйәү йөрөргә тура килгән, ләкин бер ҡасан да зарланып ултырмағандар.
Йәйге каникулда ла буш ятмағандар – 12 йәштән колхоз эшенә сыҡҡандар. Сөгөлдөр, картуф утағандар, бесән эшләгәндәр. Бесән бөтөүгә келәт алдында ашлыҡ таҙартыу эше көтөп торған. Кис етһә, күмәкләп клубҡа сыҡҡандар. Эшләргә лә, күңел асырға ла өлгөргәндәр.
Урта мәктәпте тамамлағас, өләсәйем Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға ингән. 1972 йылда тыуған районына эшкә ҡайтҡан һәм Үтәғол мәктәбендә ең һыҙғанып эшкә тотонған. Бында ла һынатмаған. Хеҙмәте өсөн әллә күпме Маҡтау грамотаһы, “Социалистик ярышта еңеүсе” билдәләре менән бүләкләнгән. Беренсе эш хаҡына һөйөклө әсәһенә күлдәк алып биргән. Һәр ваҡыт әсәһенә, туғандарына ярҙам иткән. Ул ҡарт өләсәйемә Таҙларҙан өй ҙә һатып алышҡан. Һеңлеһе менән ҡустыһын да хәстәрләй.
Уңыштарыбыҙҙа өлөшө ҙурӨләсәйем ике бала тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙы – бухгалтер, улы –инженер. Икеһе лә үҙ һөнәрҙәре буйынса эшләй, тырышып донъя көтә. Әсәйем һөт кәзәләре аҫрай, ҡымыҙ эшләй. Ағайым ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә.
Бигерәк тә өләсәйемдең илебеҙҙең гүзәл урындары тураһында һөйләгәне оҡшай. Ҡайҙа ҡына булмаған ул! Башҡортостандың Салауат, Мораҙым мәмерйәләрендә, Талҡаҫ күлендә, Ғәҙелша шарлауығында… Дуҫтарының саҡырыуы буйынса хатта Төмән яҡтарына, Үзбәкстанға, Белорусияға ла барып ҡайта. Ҙур Ватаныбыҙҙың баш ҡалаһы Мәскәүҙә лә булған. Һәр ерҙә тарихи, иҫтәлекле урындарҙы күрергә тырышҡан.
Ауылда иң етеш, егәрле ғаиләләрҙең береһе һаналғандар. Кәртә тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт үҫтергәндәр, баҡсаларында йәшелсә-емеш уңған. Бындай хужалыҡты алып барыр өсөн күпме көс кәрәк! Хужалыҡ эштәрен тамамлағас, ҡул эшенә ултырған. Дебет шәлдәрен бик оҫта бәйләй. Уларҙы ҡайҙарҙан ғына килеп һатып алмағандар. Бөтәһенә лә өлгөргән өләсәйем.
Үкенескә ҡаршы, илле йәшендә ҡәҙерлебеҙ ныҡ ауырып киткән. Уға инвалидлыҡ биргәндәр. Ул эшенән китергә мәжбүр булған һәм беҙҙең эргәгә күсеп килгән. Һаман да эшһеҙ ултыра алмай ул. Йәй бергәләп баҡсала емеш-еләк үҫтерәбеҙ, ҡош-ҡорт, һауын кәзәһе аҫрайбыҙ. Ҡыш төрлө ептән энә, ырғаҡ менән кофталар, күлдәктәр, ойоҡбаштар бәйләй. Апайым менән мине лә ҡул эшенә өйрәтте.
Өйгә эштәрҙе эшләргә ярҙам итеүен һораһаҡ: “Белемде дәрестә үҙләштерегеҙ, кешегә һалышмағыҙ,”– ти өләсәй һәм ҡатмарлы темаларҙы ғына аңлатып бирә.
Апайым Яҙгөл музыка мәктәбенең хореография һәм фортепьяно кластарын шөғөлләнде, 9-сы класты тик “бишле” билдәләренә тамамланы, Өфөлә дизайн колледжында уҡый. Мин дә “бишле”гә уҡыйым. Өләсәйемдең кәңәшен тотоп, думбыра һәм һүрәт төшөрөү түңәрәктәренә йөрөйөм. Беҙҙең уңыштарыбыҙҙа өләсәйемдең өлөшө ҙур.
Наҙгөл Ишеғолова,
Иҫәнғол 2-се мәктәбенең V класс уҡыусыһы.
Ейәнсура районы


Вернуться назад